Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Февраль , 08:25

“Ҡатнашыусыларға ла, бағыусыларға ла уңыштар теләйем!”

-Еңеүселәрҙе ҡотлайым, киләсәктә яңынан яңы үрҙәр яулауҙарын теләйем! Ярыштарҙың ойоштороусылары, бағыусылары - Кәрим Фәйзрахман улына, Вилдан Рауил улына рәхмәтемде белдерәм, ныҡлы һаулыҡ, именлек, барлыҡ изге башланғыстарында уңыштар теләйем! – ти район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов. 10 февраль көнө "Урал" физкультура-һауыҡтырыу комплексында район күләмендәге спорт ярыштары үтте.

“Ҡатнашыусыларға ла, бағыусыларға ла уңыштар теләйем!”
“Ҡатнашыусыларға ла, бағыусыларға ла уңыштар теләйем!”

Махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугир батырҙар иҫтәлегенә арналған бильярд турнирында 16 кеше ҡатнашты. Көнө буйы барған көсөргәнешле лә, мауыҡтырғыс та ярышта Артур Әлибәков 1-се урынды яуланы. 2-се урынға Рәиф Латыпов сыҡһа, 3-сө урын Фаил Әлмөхәмәтовҡа бирелде. Турнирҙың ойоштороусыһы, бағымсыһы - МХО-ла хеҙмәт итеп ҡайтыусы райондашыбыҙ Ғәлин Кәрим еңеуселәргә ҡиммәтле бильярд таяҡтары, 4-се урынды алған Рәфҡәт Ғәббәсовҡа сертификат тапшырҙы.
ЯСЙ "Стройдвор" тарафынан ойошторолған волейбол ярыштары ла бик сәмле үтте. Бөтәһе 9 команда ҡатнашып, үҙҙәренең көсөн һынап ҡараны. Бар командалар ҙа тигеҙ, уңышлы сығыш яһаны, һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтте.1-се урынды Иҫке Собханғол ауылының "Фурҡан" командаһы яуланы. 2- 3-сө урындарҙы Шүлгән ауылы һәм Иҫке Собханғол ауылының "Факел" командалары бүлеште. Еңеүселәр профессиональ волейбол туптары менән бүләкләнде.
Еңеүселәрҙе ҡотлайым, киләсәктә яңынан яңы үрҙәр яулауҙарын теләйем! Ярыштарҙың ойоштороусылары, бағымсылары - Кәрим Фәйзрахман улына, Вилдан Рауил улына рәхмәтемде белдерәм, ныҡлы һаулыҡ, именлек, барлыҡ изге башланғыстарында уңыштар теләйем!

Ғ. Манапов, Бөрйән районы хакимиәте башлығы.

“Ҡатнашыусыларға ла, бағыусыларға ла уңыштар теләйем!”
“Ҡатнашыусыларға ла, бағыусыларға ла уңыштар теләйем!”
“Ҡатнашыусыларға ла, бағыусыларға ла уңыштар теләйем!”
“Ҡатнашыусыларға ла, бағыусыларға ла уңыштар теләйем!”
“Ҡатнашыусыларға ла, бағыусыларға ла уңыштар теләйем!”
Автор:
Читайте нас: