Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Февраль , 09:30

Данис менән Реналь Рәсәй Беренселегендә ҡатнашасаҡ!

  3 февралдә Стәрлебаш районында 2008-2009 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы Беренселеге үтте. Ярыштарҙа республиканың 6 ҡалаһынан һәм 15 районынан 100 иң көслө көрәшсе үҫмер ҡатнашты.

Данис менән Реналь Рәсәй Беренселегендә ҡатнашасаҡ!
Данис менән Реналь Рәсәй Беренселегендә ҡатнашасаҡ!

 Һөҙөмтәләр буйынса 9 ауырлыҡ категорияһында еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде.

Беҙҙең Бөрйән егеттәре лә һынатманы был мәртәбәле ярышта. Данис Хәкимов менән Реналь Ямғурсин үҙ ауырлыҡ категорияларында 3-сө урын яуланылар. Улар беҙҙең республиканың йыйылма командаһы составында Ҡазан ҡалаһында үтәсәк Рәсәй Беренселегендә сығыш яһаясаҡ.

Үҫмерҙәрҙе ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Данис менән Реналь Рәсәй Беренселегендә ҡатнашасаҡ!
Данис менән Реналь Рәсәй Беренселегендә ҡатнашасаҡ!
Данис менән Реналь Рәсәй Беренселегендә ҡатнашасаҡ!
Данис менән Реналь Рәсәй Беренселегендә ҡатнашасаҡ!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: