Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Ғинуар , 10:05

45 саңғысы баҫты стартҡа!

Кисә Ҡыпсаҡта ҙур байрам үтте - ҡыпсаҡтар саңғы миҙгелен асыуға арналған асыҡ саңғы ярыштары үткәрҙе. Унда 6 йәштән 75 йәшкә тиклемге саңғысыларҙың барлыҡ категориялары ҡатнашты. Йәмғеһе 45 саңғысы баҫты стартҡа. Күрше ауылдарҙан, район үҙәгенән, хатта башҡа райондарҙан саңғысылар килеп еткән ине. Сөнки барыһы ла белә – ҡыпсаҡтар ярыштарҙы юғары кимәлдә ойоштора һәм һәр кемде ҡыуандырырлыҡ приздар әҙерләй.

45 саңғысы баҫты стартҡа!
45 саңғысы баҫты стартҡа!

Ярыштарҙың бағыусылары – “Ҡыпсаҡ тюбингы” һәм Иҫке Монасиптан З. Көҫәпҡолов. Әйткәндәй, ул ҡыпсаҡтар ойошторған ярыштарҙа йыш ҡына ҡатнашып һәм бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп тора.

-Тәү ҡарашҡа еңел һымаҡ күренһә лә, саңғы ярыштары ойоштороу еңел эш түгел. Һәр кемде саңғы һәм инвентарь менән тәьмин итергә кәрәк Протоколдар, судьялар, “манишки”, “конусы”, флажоктар һәм, иң мөһиме, трассаны яҡшы әҙерләргә кәрәк.

Шөкөр, трассаны әҙерләү менән шәхси ҡаргиҙәрендә мәктәп директоры үҙе шөғөлләнә. Өр-яңы ратракты ҡулланып, көн һайын трассаны тәртипкә килтереп кенә тора.

Ярыштар бик күңелле булды, тип әйтеү әҙ булыр, барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа, тамашасылар ҙа ярыштан бик ҡәнәғәт ҡалды. Иң мөһиме – төп призға саңғы комплекты ҡуйылған ине. Был бәхеткә даими ҡатнашыусы – спорт ветераны Миндеғәле Мөхәмәтғәлин эйә булды!

Саңғы бик үҙенсәлекле спорт төрө – ул кешенең барлыҡ физик сифаттарын талап итә. Бында дәғүәселәр менән генә бармай көрәш, һыуыҡ менән, ел менән, ҡар менән һәм башҡалар менән дә алышҡа сыға спортсы. Шуға саңғысыларға айырым мөнәсәбәт – королдәргә булған ҡараш!

Барыһына ла рәхмәт! Ҡыпсаҡта артабанғы ярыштарҙы көтәбеҙ! Алға, Ҡыпсаҡ! – ти Әбделмәмбәт мәктәбенең физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы, тренер Зиннур Боҫҡонов.

Афарин, ҡыпсаҡтар! Һеҙ булдыраһығыҙ!

 

45 саңғысы баҫты стартҡа!
45 саңғысы баҫты стартҡа!
45 саңғысы баҫты стартҡа!
45 саңғысы баҫты стартҡа!
45 саңғысы баҫты стартҡа!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: