Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Декабрь 2023, 08:30

Әйткән һәм эшләгән... йәки Егет һүҙе бер булыр

...Был юлы мәктәбебеҙҙә белем алып сыҡҡан уҡыусыбыҙ Илдус Насыров ярҙам итте! Ғөмүмән, балалар спортын үҫтереүгә ихлас ярҙам итергә теләүсе элекке уҡыусыларыбыҙ барыһы ла шулай итә.

Әйткән һәм эшләгән...  йәки Егет һүҙе бер булыр
Әйткән һәм эшләгән... йәки Егет һүҙе бер булыр

Мәктәптең физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы З. Боҫҡоновтан был турала тәфсилләберәк һөйләүен һораныҡ.

-Вәғәҙәләр һәм улар менән нимә булғаны хаҡында күп тапҡырҙар яҙғаным булды. Ҡабатлап тормайым.

Ошо көндәрҙә беҙҙең бәләкәй мәргәндәр, полиатлонистар ҙур ҡыуаныс кисерҙе – уларға спорт винтовкаларын хәүефһеҙ алып йөрөү өсөн кейс бүләк иттеләр!

Кем, тиһегеҙме? Был тәңгәлдә артыҡ һәм күп һүҙҙәрһеҙ генә мәктәбебеҙҙә белем алып сыҡҡан уҡыусыбыҙ Илдус Насыров ярҙам итте! Ғөмүмән, балалар спортын үҫтереүгә ихлас ярҙам итергә теләүсе элекке уҡыусыларыбыҙ барыһы ла шулай итә.

Сөнки барыбыҙға ла мәғлүм – физик үҫеш кешенең дөйөм үҫешендә тәүге баҫҡыс. Спорт менән шөғөлләнгәндә  балалар физик һәм рухи үҫеш менән бер рәттән, үҙҙәренең еңеүгә ышанысын нығыта, барлыҡ өлкәлә лә файҙалы булырға өйрәнә. Мәктәпкә, ауылға, Ватанға... Иң мөһиме, улар өлкәндәрҙән үрнәк ала. Ваҡыт үтер, спорт менән мауығыусы бөгөнгө уҡыусыларыбыҙ ҙа күптәнге һәм изге йола буйынса туған мәктәптәренә, тимәк, үҫеп килеүсе балаларҙың да тән һәм йән сәләмәтлегенә ярҙам итәсәк. Күсәгилешлек бәйләнеше, шөкөр, ныҡ беҙҙә.
Рәхмәт, егеттәр!
Алға, Ҡыпсаҡ! – тип ҡыуаныстары менән бүлеште Әбделмәмбәт мәктәбенең физик тәрбиә уҡытыусыһы, тренеры Зиннур Ғүмәр улы Боҫҡонов.

Әйткән һәм эшләгән...  йәки Егет һүҙе бер булыр
Әйткән һәм эшләгән... йәки Егет һүҙе бер булыр
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: