Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Декабрь 2023, 10:20

Берҙәм булһаҡ, үтер һүҙебеҙ

Өфөлә йәшәүсе Бөрйәндәр өсөн ҙур байрам үтте. Яҡташтарыбыҙ ҙур сараға - Спартакиаданы асыу тантанаһына йыйылды.

Берҙәм булһаҡ, үтер һүҙебеҙ
Берҙәм булһаҡ, үтер һүҙебеҙ

Спартакиада Бөрйән районының ауыл советтары бүленешенән ун ике команда туплаһа, алдына яҡташтарҙы берләштереү, көндәлек эштән тыш ваҡытты спортҡа бүлеү, ГТО-ның Бөтә Рәсәй спорт комплексы нормаларын тапшырыуға әҙерләнеү кеүек маҡсаттарҙы ҡуйған.

Тантананы асып, Бөрйән яҡташтар берлегенең рәйесе Ришат Сабитов, берлектең спорт буйынса етәксеһе Илнар Салауатов, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов һүҙ тотто. Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов, Башҡортостан Республикаһының “Спартак” физкультура-спорт йәмғиәте төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фуат Дәминдәров, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Хәләф Ишморатов ярышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, уларға яҡшы уйындарға фатихаларын бирҙе.

Спартакиаданың баш судъяһы Илнар Салауатов командаларҙың әҙерлеген бәйән итте һәм: "Уйындарҙы тантаналы рәүештә астыҡ, уны волейбол менән башлап ебәрәбеҙ. Ярыштар икенсе йылдың июнь айына тиклем дауам итәсәк. Шулай итеп, еңеүселәрҙе Бөрйән яҡташтарының Өфөлә үткән ҙур һабантуйында билдәләп, күсмә кубок тапшырасаҡбы"ҙ, – тип билдәләп үтте.

Бөрйәндәрҙең байрамын уртаҡлашырға тағы ла, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының өлкән уҡытыусыһы, ҡурайсы, Бөрйән кейәүе Айҙар Байтимеров һәм Өфө сауҙа һәм иҡтисад колледжының “Амадео” заманса бейеү студияһы килгәйне.

Әйткәндәй, бөгөн һигеҙ команда волейболда уйнап ярышты. Алты ир-егет һәм ике ҡатын-ҡыҙҙан торған командалар матур уйындар күрһәтеп спартакиадаға старт бирҙе. Был ҡыҙыу алыш тағы ла бер нисә көн буйы барасаҡ. Ә иһә киләсәктә уларҙы гир спорты, эстафета, шахмат, саңғы, теннис, уҡтан атыу, стритбол, футбол, милли көрәш һәм башҡа16 төр ярыштар көтә.

Бөрйән яҡташтарының ғына түгел, ғөмүмән, республиканың яҡташлыҡ ойошмаһы тарихындағы был беренсе ҙур спартакиада артабан тағы ла киңерәк үҫтерелеүгә күҙалланһа, быйылғы уйындарҙа инде биш мең кешене үҙ эсенә алыуҙы күҙ уңында тота.

Яҡташлыҡтың көсө, берҙәмлек, ошондай әһәмиәтле һәм мәртәбәле саралар менән нығына ла инде. Алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәгән Бөрйән хакимиәте менән берлектә спартакиаданы ойоштороусы Өфөләге Бөрйән яҡташтар берлегенә киләсәктә уңыштар теләргә генә ҡала!

Байрам тамашаһын юлдаш телерадиокомпанияһы дикторы Салауат Шәмсетдинов йәнле алып барҙы һәм һүҙен Айгөл Ғәбитованың шиғри юлдары менән тамамланы:

Юҡҡа ауаздашмы Бөрйән – бер йән,

Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ.

Берҙәм булһаҡ рух ныҡлығы булыр,

Берҙәм булһаҡ үтер һүҙебеҙ.

 

Таңсулпан Байтимерова

Автор фотоһы.

Берҙәм булһаҡ, үтер һүҙебеҙ
Берҙәм булһаҡ, үтер һүҙебеҙ
Берҙәм булһаҡ, үтер һүҙебеҙ
Берҙәм булһаҡ, үтер һүҙебеҙ
Автор:
Читайте нас: