Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Сентябрь 2023, 16:25

Балалар стартҡа баҫты

16 сентябрҙә “Милләттәр кросы – 2023” үтте. Унда беҙҙең район балалары ла ихлас ҡатнашты.

Балалар стартҡа баҫты
Балалар стартҡа баҫты

-Әбделмәмбәт мәктәбендә Бөтә донъя йүгереү көнөнә арналған “Милләттәр кросы-2023” акцияһына ярашлы спорт сараһы үтте. Был спорт сараһы сәләмәт йәшәү рәүешен, физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүҙе популярлаштырыу йәһәтенән йыл да уҙғарылып килә. Унда 1-11 классҡа тиклем уҡыусылары ҡатнашты.
Балалар өс, ике, бер километрлыҡ дистанцияны үттеләр. Иң мөһиме еңеү түгел, ә үҙ-ара аралашыу,  сәләмәт тормош рәүешен алып барыу, - ти йүгереүселәрҙең барыһы ла, - тип хәбәр итәләр Әбделмәмбәт мәктәбенән.
Иҫке Монасипта ла, Иҫке Собханғол мәктәбендә лә кросс байрам төҫөн алған.

 " Милләттәр кросы - 2023" Бөтә донья йүгереү көнөндә беҙҙең уҡыусылар ҙа стартҡа баҫты. Башланғыс кластар 400 метрға йүгерһә, урта кластар - 600, оло кластар 800 метр араны "һә" тигәнсе йүгереп үтте.
Ҡояшлы шәмбе иртәһендәге саф һауала йүгереп тәнде яҙыу оҙайлы каникулдарҙан һуң яңы уҡыу йылына балаларҙа күтәренке кәйеф һәм ыңғай тойғолар уятты, - тип хәбәр итә мәктәптең педагог-психологы Динара Ҡотлобаева.

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!

Балалар стартҡа баҫты
Балалар стартҡа баҫты
Балалар стартҡа баҫты
Балалар стартҡа баҫты
Балалар стартҡа баҫты
Балалар стартҡа баҫты
Балалар стартҡа баҫты
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: