Улар икеһе лә күрше ауылдан, ике Урал. Улар менән төрлө кимәлдәге күп кенә ярыштарҙа юлдарҙы әҙ гиҙмәнек.
Тормош тураһында, мәктәп тураһында һөйләштек.
Әңгәмә барышында улар беҙҙең мәктәптә тир асыуыбыҙ хаҡында ишеткәс, нисектер ярҙам итергә ҡарар иттеләр.
Һөҙөмтәлә, атыу буйынса йыйылма командаға матур формалар кейҙерҙеләр.
Беҙгә күнекмәләр өсөн етешмәгән сәптәр (мишень) һатып алдылар. Хәҙер беҙ тулы ҡеүәтендә күнекмәләр үткәреп, ярыштарҙа ҡатнаша алабыҙ.
Әбделмәмбәт мәктәбе һәм “Ҡыпсаҡ” мәргәндәр клубы исеменән Урал Шәйхисламов менән Урал Күжәхмәтовҡа ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Бына шундай шәпегеттәребеҙ – элекке спортсы уҡыусыларыбаҙ бар беҙҙең! – тип хәбәр итә “Живи спортом, Кипчак!” төркөмөндә Зиннур Боҫҡонов.
Афарин, егеттәр! Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тиҙәр бит. Тимәк, мәлендә ата-әсәләре генә түгел, уҡытыусылары ла егеттәргә шәп тәрбиә биргән, күңелдәренә изгелек, мәрхәмәт, рәхмәтле була белеү орлоҡтарын һалған булған...