+12 °С
Болотло
Мәзитова Зүлиә, Ҡарамышева Гөлиә Рәсәй чемпиондары булдылар, Сәйфетдинова Регина - икенсе, Мәхмүтова Диана өсөнсө урын яулауға ирештеләр. Зүлиәне, Гөлиәне, Регинаны Рәсәй йыйылма командаһы составына инеп, донъя беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғы алыуҙары менән ҡотлайбыҙ!
Алдағы тормоштарында шулай уҡ тырыш, маҡсаттарына ирешеүсән, ныҡыш булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.
Ошо ярышта балаларҙың еңеүҙәренә ҙур өлөш индергән Ринат Сәғәҙәтдин улы Сәйфетдиновҡа, Илһам Хәсән улына, беҙҙең көрәш клубы спонсоры, "Эко-сервис" ойошмаһы етәксеһе Яманғолов Руслан Вәкил улына, "Ҡыпсаҡ" хәйриә фондына һәм башҡа барлыҡ ярҙам итеүселәргә ҙур рәхмәт!