Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Июль , 11:00

Бөрйәндәр бер түгел ике ат алып ҡайтҡан!

15 июлдә Бөрйән уҡсылары Әбйәлилдә үткән уҡсылар турнирында ҡатнашып яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡайттылар.

Бөрйәндәр бер түгел ике ат алып ҡайтҡан!
Бөрйәндәр бер түгел ике ат алып ҡайтҡан!

"Әбйәлил районы Сиҙәм ауылы янында матур, мәртәбәле сара үтте.
Был сараны КФХ алып барған Юлдыбаев Рәмил Рәжәп улы ойошторҙо. Ярышта финалдары менән 3 турнир ҡаралған ине. Ул турнирҙар халыҡ-ара ярыштары ҡәғиҙәләре буйынса уҙҙы: “Төрөк путаһы”(ир-егеттәр 70 м, ҡатын-ҡыҙҙар 60 м), “Урта Азия сәбе” (35 м, финалдар 40 м), “Жамбы” (30 м). Еңеүсе асыҡланһын өсөн ошо 3 турнирҙың финалдарын үтеп иң юғары һөҙөмтәләр күрһәтергә кәрәк ине. 5 призлы урын вәғәҙә ителгән ине. 1- се урынға ир-егеттәргә лә, ҡатын-ҡыҙҙарға ла Рәмил Рәжәп улы тай ҡуйҙы, икенсе урынға һарыҡ, башҡаларға ҡиммәтле приздар. Бер һарыҡ махсус призға ҡуйылды. Ярыш көсөргәнешле, сәмле барҙы. Һәр дистанция финалдар менән үткәс, ярыш оҙайлы булды. Уҡсылар туйғансы атып көн байыттылар. Рәмил ағай тәмле былауҙары, аштары менән һыйланы. Ә ҡымыҙы ла ҡымыҙы-ы! Ул инде “йылға булып аҡты”.

Ярыш һөҙөмтәләренә килгәндә киләһе уҡсылар еңеүсе тип асыҡланды:

Ир-егеттәр араһында:
1-се урын – Юлбирҙин Динис (Бөрйән районы);
2-се урын – Таһиров Хөрмәт (Сибай ҡалаһы);
3-сө урын – Рахманғолов Ғәфүр (Баймаҡ районы);
4-се урын – Иҫәнбаев Наил (Баймаҡ районы);
5-се урын – Ишкилдин Азат (Бөрйән районы)

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:

1-се урын – Ишморатова Әлиә (Бөрйән районы);
2-се урын – Дәүләтова Гүзәлиә (Әбйәлил районы);
3-сө урын – Ишкилдинә Нәилә (Бөрйән районы);
4-се урын – Исламова Нилә (Учалы районы);
5-се урын – Ҡолһарина Гөлгөнә (Баймаҡ районы).

Махсус призды еңеп алыусыһы – Ғәлиуллин Юлай! Һарыҡ Өфөгә юлланды!

Шулай итеп, ике тай ҙа Бөрйәндәрҙә! Бөтә еңеүселәр ҙә афариндар!

Йылдан-йыл уҡсыларҙың һаны һәм оҫталыҡ кимәле, мәргәнлектәре артыуы ҡыуандыра!

Бөрйән уҡсылары исеменән оло рәхмәтебеҙҙе ошо сараның ойоштороусыһы, спонсоры булып торған Юлдыбаев Рәмил Рәжәп улына һәм уның ғаиләһенә, туғандарына, ярышты ойоштороуҙа ҙур булышлыҡ, ярҙам иткән Таһиров Хөрмәт Зөбәир улына, ҡатнашлыҡ күрһәткән һәр кешегә еткерәбеҙ!
Рәмил ағай, һеҙҙең йомартлығығыҙ үҙегеҙгә йән сәләмәтлеге, тән сәләмәтлеге, бәрәкәт, муллыҡ, именлек , ғаилә бәхете булып ҡайтһын, Инша Аллаһ!
Был ярыш киләһе халыҡ-ара турнирҙарына ҙур күнекмә, әҙерлек булды!", тип яҙалар Бөрйән уҡсылары төркөмөндә.

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас в