Барсҡа 3 йәш. Хужаһы уны яратып “Белый” тип өндәшә. Роберт әйтеүенсә, ул ҡышын-йәйен төҫөн үҙгәртә - бер ҡараһаң аҡ, икенсе ҡараһаң күкһел, йә һоро төҫтә. Уны Йәрмәкәйҙән алып ҡайтҡандар.
-Атымды алып ҡайтҡанда 35 градус һыуыҡ булды. Өшөп ҡуймаһын тип, юрғандарға төрөп, ҡәҙерләп кенә алып ҡайттым, - ти Роберт.
Белыйҙың айырым торор урыны бар. Ҡышҡылыҡ һәм ярышҡа әҙерләй башлаған ваҡыттарҙа айырым режим менән туҡлана. Иртәле-кисле витаминдар, алма ваҡлап ҡушылған һоло ашай. Шәкәрҙе ярата. Күнекмәләр ваҡытында уны тотоп алыуы ауырлаша, сөнки организмы көслөләнә. Ярышҡа әҙерләгәнде һиҙә, белә.
Былтыр ҡыш ул ярыштан һуң аяғын ауырттырған.
- Юл хаҡтарын түләп Учалынан белгестәр саҡырттым. Улар ике тапҡыр укол ҡаҙап, аяғын бәйләргә өйрәтеп ҡайттылар. Ныҡ ҡараныҡ. Шөкөр, бирешмәне, аяғына баҫып, артабан да ярыштарға әҙерләндек, - ти атһөйәр Роберт.
Өйөрҙә барлығы 8 баш йылҡы малы бар. Белый Барс, лидер булараҡ, үҙен бик лайыҡлы тота икән, аттарҙы 3-4 көнгә бер ҡайтып күрһәтеп китә.
Артабан да еңеүҙәр һиңә, Белый Барс!