Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Июнь 2023, 12:15

Бөрйән уҡсылары Уҡлыҡаяла ла һынатмаған!

Бөрйән уғатарҙары Ғафури районында урынлашҡан Уҡлыҡая эргәһендә үткән турнирҙан да еңеү менән ҡайтҡан. Был турала Наилә Ишкилдина хәбәр итә. Тулыраҡ – артабан.

Бөрйән уҡсылары Уҡлыҡаяла ла һынатмаған!
Бөрйән уҡсылары Уҡлыҡаяла ла һынатмаған!

-10 июндә Ғафури районының Имәндәш ауылы эргәһендәге Уҡлыҡая аҫтында милли йәйәнән уҡ атыу буйынса республика фестивале үтте.
Был фестивалдә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 70 кә яҡын уҡсы йыйылған.
Ғафури районы уҡсыларҙы бик матур, йылы итеп ҡаршы алды, ағинайҙәрҙен ҡул эштәре менән таныштыҡ, тәмле сәйҙәре менән дә һыйланылар. Тирмәләр ҡурай формаһында теҙеп ҡоролған булыуы һоҡландырҙы. Матур итеп концерт ҡуйҙылар һәм Имәндәш ауылының имам хатибы доғаларын уҡып, уксыларҙы ярыш яланына оҙатты.

Был ярыш өс этаптан торҙо. Әйтеп үтәйек, был турнир Ҡҙағстанда үткән ярышҡа оҡшаш итеп, халыҡ-ара кимәлдә ҡабул ителгән ҡағиҙәләр менән үтте.
- Урта Азия (Ҡырғыҙ) сәбе ( Средне-Азиатская мишень) - 35 метрҙан атыу;
- Төрөк путаһы (Турецкая пута), ир-егеттәр 70 м, ҡатын-ҡыҙҙар 60 м алыҫлытҡан атыу;
- Ҡаҙаҡ сәбе ( Казахская мишень)жамбы, 30 метрҙан атыу.

1-се этап 35 метрҙан Урта Азия сәбенә атыу менән башланып ките. 5 урауҙа, 5 шәр уҡ аттыҡ. Финалға сыҡҡандар 40 метрҙан көс һынаштылар.

Был этапты беҙҙен Бөрйән ҡыҙҙары еңеү менән башлап ебәрҙе:
1-се урын -Ишморатова Әлиә;
4-се урын - Нурутҡолова Илүзә.

2-се этап - Төрөк путаһы, ҡатын-ҡыҙҙар 60 метрҙан, ир-егеттәр 70 метрҙан көс һынаштылар.
Был ярышта 7 урауҙа 9-шар уҡ аттыҡ. Артабан ярым финалдар, финалдар үтте.
Һөҙөмтәлә, был этапта ла Бөрйән уҡсылары мах бирмәне.

Ир-егеттәр араһында:
1-се урында - Ишкилдин Азат.

Ҡатын - ҡыҙҙар араһында:
1-се урында - Ишкилдина Наилә;
3-сө урында - Ишморатова Әлиә.

3-сө этап - Ҡаҙаҡ сәбе "Джамбы", иң ҡыҙыҡлы этаптарҙын береһе булды. 30 метр аралыҡтан эленеп торған 25 см диаметрлы сәпкә тигеҙергә кәрәк ине. Бындай сәпкә беренсегә аттыҡ, быға тиклем үткән ярыштарҙа ҡулланылманы. Шулай ҙа рәхәтләнеп аттыҡ, уҡтарыбыҙ ҙа был сәпте сәпене генә.

Һөҙөмтәлә, был этапта ла Бөрйәндәр ҡалышманы:
3-сө урында - Ишкилдина Наилә.

Афарин, Бөрйән уҡсылары!!!

Еңеүселәр барыһы ла ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.

Ошондай ҙур сараны ойоштороуға булышлыҡ иткән Ғафури районы халҡына, етәкселарена, “Мәргән уҡсы” хәрәкәте етәксеһе Ю. Ғәлиулинға һәм дә беҙҙең Бөрйән уҡсыһы Ишморатов Илдарға ярыш ваҡытында ҡағиҙәләре менән таныштырып барғаны өсөн, ғөмүмән, барыһына ла ҙур рәхмәт.

Алла бирһә, "Уҡлыҡая уғатары" турниры йыл һайын үтәсәк, тип ҡыуандырҙылар.
Ятып ҡалғансы, атып ҡал, - тип яҙа Наилә Ишкилдина.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: