+7 °С
Ясна
Дөйөм команда зачетында бөтә ҡатнашыусылар йыйған мәрәйҙәрҙең дөйөм суммаһы буйынса беҙҙең район Стәрлебаш районынан ҡала, 2-се урынға лайыҡлы күтәрелде.
Ир-егеттәр араһында 70 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында шәхси беренселектә Әсхәт Ямғурсин көмөш миҙал яуланы, 90 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Илнар Салауатов та икенсе булды. Райондың йыйылма командаһы составында шулай уҡ Ирек Шәмиғолов, Илфат Ямғурсин һәм Сыңғыҙ Мусин сығыш яһаны.
Еңеүселәрҙе, призерҙарҙы һәм бөтә ҡатнашыусыларҙы ҡотлайбыҙ. Артабан да яҡшы һөҙөмтәләр, сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ. Һәр саҡ беренсе булығыҙ!