+12 °С
Болотло
Мини-футбол буйынса «Олотау йыйыны» фестивале Рәсәйҙең спорт мастеры Ғәлин Ғайсар Халидар улы иҫтәлегенә арнала.
Быйыл «Олотау йыйыны» футбол фестивале форматында ойошторола. 14 июлдә - төркөм этабы матчы, 15 июлдә плей-офф уйындары үтәсәк, тип белдерә ойоштороусылар.
Ярышта ҡатнашырға теләүселәргә olotau.ru сайтында теркәлергә кәрәк. Заявкалар 14 майҙан ҡабул ителә башлай.
Юбилей уңайынан бик шәп бүләктәр әҙерләгән ойоштороусылар. Еңеүсегә башҡорт тоҡомло йылҡы малы һәм «Олотау йыйыны»ның яңы кубогы тапшырыласаҡ.
Уҙған йылда беҙҙең Бөрйән егеттәре был ярышта еңеү яулап, турнир чемпионы булып ҡайтҡайнылар.
Футбол һөйөүсе райондаштарыбыҙ, ярышта ҡатнашып тағы ла көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ.
Белешмәләр өсөн телефон һандары: +7 961 049 9771