Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Май 2023, 11:40

Һәүәнәк буйҙары гөрләп тора!

Байғаҙы ауылында ауыл халҡы өсөн Һәүәнәк йылғаһы буйында волейбол майҙансығы булдырылған. Тулыраҡ (һәм фотолар) – артабан.

Һәүәнәк буйҙары гөрләп тора!
Һәүәнәк буйҙары гөрләп тора!

- Булат ағай Баязитов менән волейбол уйнау өсөн бағана ултыртып, сетка элдек.
Хөрмәтле ауылдаштар, ял ваҡыттарығыҙҙы асыҡ һауала спорт менән бергә үткәрергә теләһәгеҙ, Һәүәнәк йылғаһы буйында урынлашҡан майҙансыҡҡа рәхим итегеҙ! – тип саҡырыу ташлағайнылар ауылдың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре.

Унан:

-1 май көнө ауылдың олоһо ла, кесеһе лә бик әүҙем генә волейбол уйнап ярышып, ҡан йүгертеп, тән яҙып, үҙҙәренә рухи көс, илһам алып таралыштылар.
Уйында ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарға ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ! Һәр саҡ дәрт-дарманығыҙ ташып торһон, һау-сәләмәт булығыҙ! – тип хәбәр иттеләр.

Афарин, байғаҙылар!

Урта һәм оло быуын хәтерләйҙер, элекке иҫке клуб ихатаһында волейбол майҙансығы булды. Унда кискеһен ир-ат көн һайын волейбол һуғып, балалар эргәлә башҡа уйындар уйнап мәж килер ине. Ошо матур йоланың кире тергеҙелеүе бик ҡыуаныслы!

Хәрәкәттә – бәрәкәт! Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!

 

Һәүәнәк буйҙары гөрләп тора!
Һәүәнәк буйҙары гөрләп тора!
Һәүәнәк буйҙары гөрләп тора!
Һәүәнәк буйҙары гөрләп тора!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: