Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Апрель 2023, 15:40

Әйҙәгеҙ, “Таң” гәзитенең күсмә кубогына ярыштарҙа ҡатнашайыҡ!

  1 май көнө район үҙәге Иҫке Собханғолда Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығы уңайынан “Таң” гәзитенең күсмә кубогына район ойошмалары, учреждениелары, предприятиелары һәм ауыл биләмәләре араһында еңел атлетика эстафетаһы һәм арҡан тартыу ярыштары үтә. Эстафета нисә этаптан тора? Унда кемдәр ҡатнаша ала? Тулыраҡ – артабан.

Әйҙәгеҙ, “Таң” гәзитенең күсмә кубогына ярыштарҙа ҡатнашайыҡ!
Әйҙәгеҙ, “Таң” гәзитенең күсмә кубогына ярыштарҙа ҡатнашайыҡ!

”Таң” гәзитенең күсмә кубогына еңел атлетика эстафетаһы

Ярыш 11.00 сәғәттә башлана.

Эстафета 8 этаптан тора.

1-се – ойошма, учреждение һәм предприятиеларҙың ир-егеттәр командалары. Һуңғы этап (60 метр) етәкселәр өсөн;

2-се - ойошма, учреждение һәм предприятиеларҙың ҡатын-ҡыҙҙар командалары;

3-сө – мәктәп уҡыусылары һәм ауыл биләмәләре араһында. Ир-егеттәрҙең ҡатнаш командалары 1, 3, 5, 6, 8-се этаптарҙа, ҡатын-ҡыҙҙар 2, 4, 7-се этаптарҙа йүгерә;

Һуңғы этап ауыл биләмәләре башлыҡтары өсөн (60 метр). Был йүгереү һөҙөмтәләре буйынса уҡыусылар һәм ауыл биләмәләре араһында “Таң” гәзите кубогына эйә булыусылар билдәләнә.

4-се - ойошма, учреждение һәм предприятиеларҙың ҡатнаш командалары араһында “Таң” гәзитенең күсмә кубогына ярыш. Ир-егеттәр – 1, 3, 5, 6, 8 этаптарҙа, ҡатын-ҡыҙҙар 2, 4, 7-се этаптарҙа йүгерә.

Эстафета маршруттары

1-се этап – мәктәп – “Бытовик” бинаһы;

2-се этап – “Бытовик” – “ТехноЙорт” магазины;

3-сө этап – “ТехноЙорт” – “Ҡыпсаҡ” ТСК-һы;

4-се этап – “Ҡыпсаҡ” ТСК-һы – “Башинформсвязь” бинаһы;

5-се этап – “Башинформсвязь” – “Фурҡан” мәсете;

6-сы этап – “Фурҡан” мәсете – Бельская, 42;

7-се этап – Бельская, 42 – мәктәп;

8-се этап – мәктәп – балалар сәнғәт мәктәбе (ДШИ).

 

*

Ойошма, учреждение һәм предприятиелар араһында арҡан тартыу буйынса ярыш

Был ярыш Иҫке Собханғолдағы үҙәк сәхнә алдында ойошторола. Башланыу ваҡыты – 13.00 сәғәттә.

Команда составында 5 кеше. Ярыштар түңәрәк системаһы буйынса үткәрелә.

Ярыштарға рәхим итегеҙ!

 

 

Әйҙәгеҙ, “Таң” гәзитенең күсмә кубогына ярыштарҙа ҡатнашайыҡ!
Әйҙәгеҙ, “Таң” гәзитенең күсмә кубогына ярыштарҙа ҡатнашайыҡ!
Әйҙәгеҙ, “Таң” гәзитенең күсмә кубогына ярыштарҙа ҡатнашайыҡ!
Әйҙәгеҙ, “Таң” гәзитенең күсмә кубогына ярыштарҙа ҡатнашайыҡ!
Әйҙәгеҙ, “Таң” гәзитенең күсмә кубогына ярыштарҙа ҡатнашайыҡ!
Әйҙәгеҙ, “Таң” гәзитенең күсмә кубогына ярыштарҙа ҡатнашайыҡ!
Әйҙәгеҙ, “Таң” гәзитенең күсмә кубогына ярыштарҙа ҡатнашайыҡ!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: