Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Апрель 2023, 14:20

"Мөбәрәк Рамаҙан" спорт һөйөүселәрҙе йыйҙы

23 апрелдә физкультура-сәләмәтләндереү комплексында изге Рамаҙан айының тамамланыуына, Ураҙа байрамына арналған спорт фестивале уҙҙы.

"Мөбәрәк Рамаҙан" спорт һөйөүселәрҙе йыйҙы
"Мөбәрәк Рамаҙан" спорт һөйөүселәрҙе йыйҙы

Район мөхтәсибәте район хакимиәте менән берлектә ойошторған сарала спорт һөйөүселәр шашка, милли йәйәнән уҡ атыу, волейбол, арҡан тартыш, таяҡ тартыш, электрон ҡоралдан атыу ярыштарында үҙ көстәрен һынап ҡараны. Һәр ярыш төрөндә еңеүселәр билдәләнеп, уларға маҡтау ҡағыҙҙары һәм спонсорҙар әҙерләгән ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Ярыш һөҙөмтәләре түбәндәгесә:

Волейболда 1-се урынды «Урал», 2-се урынды «Шүлгән», 3-сө урынды «Факел» командалары алды.

Арҡан тартыуҙа «Фурҡан» командаһы иң көслөһө тип танылды. 2-се урынға «Урал», 3-сө урынға «Шүлгән» командалары сыҡты.

Электрон ҡоралдан атыуҙа ир-егеттәр араһында Мөхәррәм Ҡасҡынбаев 1-се, Айрат Сәлихов 2-се, Әсхәт Ямғурсин 3-сө урынға лайыҡ булдылар. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Айгәл Мирасова 1-се, Фәнилә Шәмиғолова 2-се, Филиә Хәлитова 3-сө урынды яуланы.

Шашка ярыштарында 1-се урынға Тимур Динисламов менән Зәлиә Йомағолова, 2-се урынға Марсель Ғүмәров менән Зилә Ғайсина, 3-сө урынға Рәсих Дауытов менән Айгүзәл Тажитова лайыҡ булдылар.

Милли йәйәнән уҡ атыуҙа ир-егеттәр араһында 1-се урынға Раяз Хәкимов, 2-се урынға Булат Тимерғәлиев, 3-сө урынға Айрат Сәлихов лайыҡ булды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Наилә Ишкильдина 1-се, Динә Ҡотлоғәлләмова 2-се, Гүзәл Боҫҡонова 3-сө урындарҙы яуланы.

Мас-рестлинг йәки таяҡ тартышта еңеүселәр ауырлыҡ категорияһына ҡарап билдәләнде. 65 килограмға тиклемге категорияла 1-се урынды Ғәлим Сөләймәнов, 2-се урында Әсхәт Ямғурсин, 3-сө урынды Вил Күсәев алды. 75 килограмға тиклем 1-се урынды Урал Маликов, 2-се урынды Вилдан Кәримов, 3-сө урынды Линар Ҡыҙрасов яуланы. 85 килограмға тиклем Айҙар Кәбиров 1-се, Илдар Мирасов 2-се, Рөстәм Вәлитов 3-сө урынға сыҡтылар. 85 килограмдан ауырыраҡ категорияла 1-се урынға Фәиз Сәитбаталов, 2-се урынға Марсель Ғүмәров, 3-сө урынға Йәҙгәр Алтынбаев лайыҡ булды.

Иртәнән кискә тиклем барған сәмле ярышта һәр кем  мул табын артында тәмле былау һәм сәй менән һыйланды.

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: