+15 °С
Болотло
23 апрелдә район үҙәге Иҫке Собханғолда “Бәрәкәтле Рамаҙан” тигән спорт фестивале үтә.
Унда түбәндәге ярыш төрҙәре ҡаралған: волейбол, мас-рестлинг, электрон ҡоралдан атыу, арҡан тартышыу, уҡ атыу, шашка ярыштары.
Сара “Урал” ФОК-ының һәм Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең спорт залдарында үтә. Ярыштар 10.00 сәғәттә башлана.