Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Март 2023, 09:25

Ҡыпсаҡта уҡыусыларҙы нисек телефондан айырып, саф һауаға сығарыу серен беләләр!

Район мәктәптәре директорҙары. физкультура уҡытыусылары Әбделмәмбәт мәктәбендә “Уҡыусыларҙа нисек саңғығыа һөйөү уятырға?” тигән һорауға яуап тапты.

Ҡыпсаҡта уҡыусыларҙы нисек телефондан айырып, саф һауаға сығарыу серен беләләр!
Ҡыпсаҡта уҡыусыларҙы нисек телефондан айырып, саф һауаға сығарыу серен беләләр!

Хәҙерге компьютер, телефон, планшет, айфон һәм башҡа электрон мөмкинлектәр үҫешкән заманда балаларҙы физик культураға, спортҡа йәлеп итеү, уларҙың шөғөлөнә әйләндереү батырлыҡҡа тиңдер ул.

Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбендә мәктәп директорҙары кәңәшмәһе булып үтте.

Кәңәшмәлә район мәғариф бүлеге начальнигы Сәйфитдинов Илшат Ғаяз улы, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Әхмәтшин Илгиз Рәис улы, Бөрйән районы ауылдарының мәктәптәренән йыйылған мәктәп директорҙары һәм физкультура уҡытыусылары ҡатнашты. Мәктәп тормошо менән яҡындан танышып сыҡҡандан һуң, бөгөнгө көндөң иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булған: "Уҡыусыларҙа нисек саңғыға һөйөү уятыу?" тәжрибә уртаҡлашыу ине. Әбделмәмбәт мәктәбенең физкультура уҡытыусылары Боҫҡонов Зиннур Ғүмәр улы менән Дауытов Рәсих Рәфис улы үҙ тәжрибәләре, серҙәре менән бүлештеләр. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуаптар бирҙеләр, саңғыны ярышҡа әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәттеләр. Күптән түгел генә асылған "Ҡыпсаҡ" мәргән атырға өйрәнеү клубы (тир) менән дә танышып үттеләр ҡатнашыусылар. Иң мөһиме фәһемле, тәрбиәүи булды был кәңәшмә.
Кәңәшмәгә йыйылыусылар юғары баһа биреп, уңыштар теләп таралышты!

“Әбделмәмбәт мәктәбе (Ҡыпсаҡ)” төркөмө мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Ҡыпсаҡта уҡыусыларҙы нисек телефондан айырып, саф һауаға сығарыу серен беләләр!
Ҡыпсаҡта уҡыусыларҙы нисек телефондан айырып, саф һауаға сығарыу серен беләләр!
Ҡыпсаҡта уҡыусыларҙы нисек телефондан айырып, саф һауаға сығарыу серен беләләр!
Ҡыпсаҡта уҡыусыларҙы нисек телефондан айырып, саф һауаға сығарыу серен беләләр!
Ҡыпсаҡта уҡыусыларҙы нисек телефондан айырып, саф һауаға сығарыу серен беләләр!
Ҡыпсаҡта уҡыусыларҙы нисек телефондан айырып, саф һауаға сығарыу серен беләләр!
Ҡыпсаҡта уҡыусыларҙы нисек телефондан айырып, саф һауаға сығарыу серен беләләр!
Автор:
Читайте нас: