Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Февраль 2023, 11:00

Саңғыға һөйөү тәрбиәләйҙәр

1 спорт мастеры, 12 спорт мастеры кандидаты, чемпиондар, зона, республика, Рәсәй ярыштары еңеүселәрен тәрбиәләп сығарған Әбделмәмбәт мәктәбе эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе – саңғы спортын үҫтереү.

Саңғыға һөйөү тәрбиәләйҙәр
Саңғыға һөйөү тәрбиәләйҙәр

-Штангист – ҡөҙрәтле, көрәшсе – көслө, йүгереүсе – етеҙ, шахматсы аҡыллы була. Ә саңғысы ниндәй һуң? Ул бөтә ошо сифаттарға ла эйә, - ти Әбделмәмбәт мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы, тренер, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының Почетлы мәғариф хеҙмәткәре Зиннур Боҫҡонов.

1 спорт мастеры, 12 спорт мастеры кандидаты, чемпиондар, зона, республика, Рәсәй ярыштары еңеүселәрен тәрбиәләп сығарған Әбделмәмбәт мәктәбе эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе – саңғы спортын үҫтереү. Ҡыпсаҡтар элек-электән үҙенең көслө саңғысылары менән дан тота. Зиннур Ғүмәр улы әйтеүенсә, саңғыға һөйөү уларҙа быуындан-быуынға тапшырылып килгән йола. Спорт өлкәһендә ҙур уңыштар ҡаҙанған саңғы һөйөүсе спортсыларға яңы алмаштар үҫә. Мәҫәлән 1-се класс уҡыусыһы Заһиҙә Хәсәнова быйыл ғына саңғыға баҫыуына ҡарамаҫтан, район ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар алып та өлгөргән. Саңғы спорты буйынса мәктәп уҡыусыларының уңыштарын һынап бөтөрөрлөк тә түгел. Улар араһында республика, Рәсәй кимәлендәгеләре лә бар. Быйыл уҡыусылар араһындағы саңғы ярыштарында 12 призлы урындың 11-ен ҡыпсаҡтар алған, зона-республика ярыштарында 1-се, 2 -се урындарҙы яулағандар. Февраль айында ғына ла улар байтаҡ еңеүҙәргә өлгәшкән – уҡыусылар спартакиадаһы зачетына район саңғы ярыштарында 1-се, республика кимәлендәге уҡыусылар спартакиадаһында команда менән 3-сө урын, «Рәсәй саңғы юлы» район уҙышында 10 алтын, 6 көмөш, 4 бронза миҙал алғандар. Уҙған йылда Республика кимәлендәге Спартакиадала финалға сығып, республика район-ҡалалары араһында 7-се урынға сығалар.

Әлбиттә, еңеүҙәр артында бик күп күнекмәләр ята. Физкультура уҡытыусылары З. Боҫҡонов менән Р. Дауытов уҡыусылары өсөн яҡын дуҫҡа әйләнеп бөткән.

- Саңғыла йөрөү еңел эш түгел. Күптәр был спорт төрөн өнәп етмәй. Был спорт сыҙамлылар, көслөләр өсөн генә. Әммә, саңғыла йөрөргә өйрәнеп, уның файҙаһын тойғандар был спортты ташламаясаҡ. Йөрөгән һайын йөрөгө килеп кенә тора бит ул. Мәҫәлән, беҙҙең мәктәп уҡыусылары физкультура дәрестәренән тыш төштән һуң көн дә график буйынса саңғыла шөғөлләнә. Йылға аръяғында ике трассабыҙ бар. Трасса бер көн дә буш торғаны юҡ. Байрам көндәрендә лә, ялдар ҙа ла көндөҙ балалар, кисен ололар сыға. Бөгөн йөрөмәйбеҙ – ял, тип әйткән осраҡта ла барыбер бер-нисә бала трассаға килгән була. Программа буйынса саңғы дәрестәре ғинуарҙа башлана, әммә беҙ тәүге ҡар менән тиерлек саңғыға баҫабыҙ.  Балалар ҡар яуғанын түҙемһеҙләнеп көтөп кенә йөрөйҙәр. Ололар ҙа әүҙем. Мәҫәлән, 70 йәшен тултырған Рафаэль ағай Фәтхуллин көн дә таң менән күнекмәгә йөрөй, бер ярышты ла ҡалдырғаны юҡ, - тип һүҙен дауам итте Зиннур Ғүмәр улы.

Мәктәптең саңғы базаһы бай. Бөтәһе йөҙгә яҡын пар саңғы иҫәпләнә. Шуларҙың 15-е – профессиональ, ҡалғандары күнекмә-өйрәтеү саңғылары. Уларҙы район хакимиәте ярҙамы менән һәм «Ауыл спорт залы» программаһы буйынса алыуға өлгәшкәндәр. Эшҡыуар И. Нәбиуллин бәләкәй балалар өсөн саңғылар бүләк итһә, быйыл Ҡолғана егете Руслан Яҡупов төрлө саңғы ҡорамалдары алып биргән. Мәктәптә саңғыларҙың етәрлек булыуына ҡарамаҫтан, байтаҡ ҡына уҡыусының өйөндә үҙ саңғыһы, махсус кейемдәре бар.

Саңғы трассаһын көн дә тиерлек ҡарҙан мәктәп директоры Рәмил Үтәбаев үҙенең ҡаргиҙәрендә таҙартып сыға, ә ир-егет уҡытыусылар ҡулдан эшләнелгән тигеҙләгес һәм трасса һалғыс менән саңғыларға юл һала. Трасса кисен яҡтыртыла, тағы ла өҫтәмә яҡтыртҡыстар ҡуйырға планлаштыралар.

Ҡыпсаҡ мәктәбеендә балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу йүнәлешендә эш туҡтамай.

Г. Хафизова.

Автор:
Читайте нас: