Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Ғинуар 2023, 10:00

Үҙебеҙҙең район ғаиләһенә ярышта уңыштар теләйек!

Бөгөн Өфөлә «Динамо» стадионында «Яңы йыл ғаилә уйындары» республика фестивале үтә. Унда Бөрйән вәкилдәре лә бар. Уйындар бик ҡыҙыҡ ярыштарҙы үҙ эсенә алған. Республика ярыштарында беҙҙән кемдәр ҡатнаша, тиһегеҙме? Был туралы –сайтта.

Үҙебеҙҙең район ғаиләһенә ярышта уңыштар теләйек!
Үҙебеҙҙең район ғаиләһенә ярышта уңыштар теләйек!

Фестивалдең финалында Башҡортостан райондарында һәм ҡалаларында еңеү яулаған 69 ғаилә командаһы ҡатнаша. Командала атай, әсәй һәм уларҙың балаһы — башланғыс класс уҡыусыһы булырға тейеш.

Беҙҙең район данын Әбделмәмбәт мәктәбе базаһында үткән район кимәлендәге ярышта еңеү яулаған Ҡыпсаҡтан  Ҡарамышевтар ғаиләһе – Илнур, Нәркәс һәм Ильяс яҡлаясаҡ.

Командалар быйма кейеп хоккей ярышында, сәкән менән туп йөрөтөү, ҡулса менән йүгереү эстафеталарында һәм башҡа күңелле дисциплиналарҙа үҙ көсөн һынаясаҡ.

«Яңы йыл ғаилә уйындары» фестивале Башҡортостан халҡын сәләмәт һәм әүҙем йәшәү рәүешенә, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү өсөн уҙғарыла.

Фестивалде Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Спорт министрлығы һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлексәһе ойоштора.

 

Үҙебеҙҙең район ғаиләһенә ярышта уңыштар теләйек!
Үҙебеҙҙең район ғаиләһенә ярышта уңыштар теләйек!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: