+7 °С
Ясна
- Ярыш 5 этаптан тора, ай һайын бер этап үткәрелә. Шервуд клубы кубогына эйә булам, тиһәң, кәмендә өс этапта мотлаҡ ҡатнашыу кәрәк. Һәр яулаған урынға балдар бирелә һәм ул этап һайын ҡушылып бара. Кем иң күп бал йыя, шул еңеүсе була инде. Бына шундай система.
Әлегә Бөрйән уҡсылары ике этапта ҡатнашты. Аллаға шөкөр, алдынғылыҡты бирмәйбеҙ. Шулай итеп, был юлы ир-егеттәр араһында Илдар Ишморатов – 1-се урын; ҡатын-ҡыҙҙар араһында Әлиә Ишморатова -1-се урын, Наилә Ишкилдина 2-се урын яуланы, тип хәбәр итә мәргән уғатарҙарыбыҙҙың береһе Наилә Ишкилдина.
Афарин, бөрйәндәр! Алға! Еңеүгә!
Т. Баһауетдинова әҙерләне.