Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Декабрь 2022, 08:45

Киләһе йылдан ауыл тренерҙарына грант суммаһы арта

Уның суммаһы быға тиклем 600 мең һум ине. Р. Хәбиров уның суммаһын арттырыу тураһында әйтте. Киләһе йылда ул күпме буласаҡ? Тулыраҡ –сайтта.

Киләһе йылдан ауыл тренерҙарына грант суммаһы арта
Киләһе йылдан ауыл тренерҙарына грант суммаһы арта

Башҡортостанда спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына, айырыуса ауыл ерендә эшләгәндәргә социаль ярҙам күрһәтеүгә ҙур иғтибар бүленә. «Ауыл тренеры» проекты сиктәрендә 104 белгескә 600-шәр мең һум аҡса түләнгән. Киләһе йылдан гранттың суммаһы миллион һумға тиклем арттырыла, тине Радий Хәбиров физкультура һәм спорт буйынса республика советы ултырышында.

«Беҙҙең тренерҙар 76 Олимпия, Паралимпия, Сурдлимпия уйындары чемпионын һәм призерын тәрбиәләгән. Билдәле спортсыларыбыҙға һәм уларҙың остаздарына ярҙам күрһәтеү буйынса ҡарар ҡабул иттек. Киләһе йылдан улар миллион һум ала башлай. Олимпия, Паралимпия йәки Сурдлимпия уйындары чемпиондарына һәм призерҙарына республиканан айлыҡ түләүҙәр (чемпиондарға, көмөш һәм бронза призерҙарға «ғүмерлек стипендиялар»  – 30, 25 һәм 20 мең һум) тәғәйенләнә.

Республиканан матди яҡтан дәртләндереү ҡаралған ярыштар исемлеген киңәйттек. Хәҙер унда Бөтә Рәсәй спартакиадалары ла бар. Быға тиклем Рәсәй чемпионаттары индерелгәйне», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

(“Башинформ” мәғлүмәттәре һәм “Живи спортом, Кипчак!!!” төркөмө фотоһы файҙаланылды).

 

Автор:
Читайте нас: