Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Сентябрь 2022, 12:25

Шахмат-шашкаға иғтибар кәмемәһен ине

Ишембай ҡалаһында XXX Ауыл спорт уйындары сиктәрендә шашка буйынса үткән турнирҙа республиканың район-ҡалаларынан 16 команда көс һынашҡан. Районыбыҙҙың тәжрибәле шашкасылары - Мөхәррәм Ҡасҡынбаев менән Рәис Кәбиров команда менән 4-се урынды яулап ҡайттылар.

Шахмат-шашкаға иғтибар кәмемәһен ине
Шахмат-шашкаға иғтибар кәмемәһен ине

-Ярыш юғары кимәлдә ойошторолған. Мин уйында бер тапҡыр ҙа еңелмәнем. Күберәк «ничья» булды һәм 32 кеше араһынан 9-сы урынға сыҡтым, Рәис Кәбиров 10-сы булды. Беҙҙең командала 3 кеше – ике ир-егет һәм бер ҡатын-ҡыҙ булырға тейеш ине. Өсөнсө уйынсыбыҙ ярышҡа барыр алдынан ғына баш тартты. Үҙе булмаһа ла, ярыш шарттары буйынса, уға иң һуңғы урынды яҙып ҡуйҙылар. Командабыҙ теүәл булһа, алға сығыр инек. Ярышта бик көслө шашкасылар йыйылған. Күптәнге таныштарыбыҙҙы ла осраттыҡ. Райондашыбыҙ, шашкасы Булат Әбдрәхимовты иҫләйҙәр, һорашалар, - тине М. Ҡасҡынбаев.

-Мөхәррәм менән 30 йылдан ашыу райондың данын яҡлап, зона һәм республика шашка ярыштарында ҡатнашып киләбеҙ. Бер ваҡытта ла урынһыҙ ҡайтҡаныбыҙ юҡ. Б. Әбдрәхимов менән республика кимәлендәге ярышта район тарихында тәүге тапҡыр беренсе урынды алғайныҡ. Районда беҙгә алмашҡа ҡалырлыҡ шашкасыларҙың булмауы күңелде ҡыра. Беҙҙә был спорт төрөнә иғтибар юҡ. Уйлап ҡараһың, ул күп сығымдар талап итмәгән интеллектуаль уйындарҙың береһе. Спонсорҙарҙы йәлеп итеп, район кимәлендә ярыштарҙы күберәк уҙғарырға кәрәктер. Мәктәптәрҙә, спорт мәктәбендә, ФОК-та шашка буйынса балалар менән шөғөлләнерлек тренерҙар юҡ тиерлек. Районда база ла түбән кимәлдә. Ярыштарҙа инвентарҙар, сәғәттәр етешмәй. Төрлө райондарҙа ярыштарҙа булырға тура килгәс, башҡалар менән сағыштырып ҡарайбыҙ - беҙҙең районда шашка, шахмат уйындарына иғтибар етеңкерәмәй, - тине Р. Кәбиров.

Г. Хафизова.

Шахмат-шашкаға иғтибар кәмемәһен ине
Шахмат-шашкаға иғтибар кәмемәһен ине
Шахмат-шашкаға иғтибар кәмемәһен ине
Автор:
Читайте нас: