Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Август 2022, 09:30

Тырышлыҡ – беренсе урында

“Спортта, нимә генә тиһәләр ҙә, барыбер,  беренсе урында -  тыумыштан гендарға һалынған һәләт түгел, ә тырышлыҡ, үҙ өҫтөңдә ныҡышмал эшләү, ялҡаулығыңды еңеп, алға ынтылыу, сәм һәм маҡсатҡа ынтылыу тора”, - ти Байназар урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Флүр Хәлил улы Дәүләтшин.

Тырышлыҡ – беренсе урында
Тырышлыҡ – беренсе урында

Гел генә мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап, моңло йыры менән  күңелдәрҙе арбап, сәхнә йәме булып йөрөгән  Флүрҙең (үҙе әйтмешләй, 1991 йылдың 9 майында сәхнәгә тәүгә сыҡҡан һәм 31 йыл баяны, гитараһы менән сәхнәлә) төп һәм етди һөнәр эйәһе  – физкультура уҡытыусыһы икәнен  ике ятып бер төшкә лә индермәйбеҙ.

Районда үткән рухлы сараларҙың үҙәгендә, ир-аттарҙың йыйын майҙанында, сик һаҡсыларының сәхнә түрендә гитараһы, йыры менән үҙе.

Мәһәҙей яғына бесәнгә киткән Флүрҙе уның  йәшел менән ҡыҙылға аралаштырып буяған  (сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән) эскәмйәһендә һәптеюҡ көтөп ултырҙыҡ. Урам аша ғына күрше әсәһе Фәриҙә апайҙың да, ҡустыһы Наилдың да, Флүрҙең дә донъялары ҡыйып баҡҡыһыҙ, өй-ҡаралтылары  төҙөк һәм заманса - ауылға бер йәм инде.

Хужабикәһеҙ булһа ла, Флүрҙең баҡсаһы, ихатаһы тулы сәскә, теплицаһында ҡыярҙары өлгөргән, картуфында бер бөртөк ҡуңыҙ күрмәҫһең!

 

“11-се класты бөтөү менән Күмертауға физкультура уҡытыусыһына уҡырға киттем. Бер йыл уҡығас, үҙемдең тиҫтерҙәремдән ҡалмайым, тип, әрмегә юлландым. Алыҫ Көнсығышта сик буйы ғәскәрҙәрендә  ике йыл хеҙмәт иттем. Әрменән һуң, каникул осоронда буш ятмайым, тип, йәй буйы клубта эшләп, йәштәргә дискотекалар үткәреп, уҡырға китерлек аҡса эшләнем.

1996 йылда уҡыуымды тамамлап, дипломлы белгес булып Ҡурғашлы мәктәбенә ҡайттым. Ул осор мәктәптең Ғәлимйән Сибәғәт улы Ишбулатов етәкселегендә гөрләп эшләгән сағы. Шундуҡ дәртләнеп эшкә тотондом.

2001 йылда ауылда приют асылды. Әлиә апай Ғазина эй әжеүәләй мине, эшкә күс, беҙгә һинең һымаҡ әүҙем ир-ат, атай  кәрәк, ти. Сентябрь-октябрь мәктәптә эшләгәс, ноябрҙә приютҡа күстем. Приютта 2015 йылғаса эшләнем. Унда балаларға тәрбиәсе лә, музыка, спорт буйынса белгес кенә түгел, сәс алыусы ла, эшкә, тормошҡа өйрәтеүсе атай ҙа булдым.

2015 йылдың 1 майында приют ябылып, эшһеҙ ҡалдым. Алдан уҡ Байназар мәктәбендә эш хәстәрләп ҡуйғайным инде. Ул осорҙағы директор Азамат Роберт улы Баязитов ҡушҡуллап эшкә алды.

Бына үҙем уҡып белем алған мәктәбемдә шул мәлдән алып эшләйем. Ошо осорҙа байтаҡ уңыштарға ирешелде, яулайһы үрҙәр яуланды.

 Милли көрәш буйынса түңәрәк асып, егеттәр менән ихлас шөғөлләнәбеҙ. Хоккей буйынса ла һынатмайбыҙ. Волейбол түңәрәге алып барам.

Егеттәр милли көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы кимәлендә лә, зона ярыштарында ла ал бирмәй. Мәҫәлән, Айҙар Атауллин зона ярыштарында 1-се урын яуланы, Искәндәр Науразбаев призлы урындарға өлгәште. Әле 8-се класты тамамлаған Ильяс Ситдиҡов милли көрәштә гел призлы урындар алып килә. Айсыуаҡ Ғазин грек-рим көрәше буйынса зона ярыштарынан призлы урын менән ҡайтты.

Бөгөнгө көндә көрәшселәрем, хоккейсыларым өсөн ҡыуанам – уларҙың өлгөрөп еткән, көслө, дәртле, маҡсатҡа ынтылған сағы. Динислам Маликов, Ильяс Алтынбаев, Вадим Буранбаевтар – күҙ терәп торған хоккейсылар, спортсылар.  Волейболсы ҡыҙҙарым да уңыштары менән һөйөндөрә.

(Тулы варианты гәзиттә)

Автор:Айһылыу Ғарифуллина
Читайте нас: