Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Июнь 2022, 18:00

Баймаҡтан еңеү менән

Инвестһабантуй сиктәрендә уҙғарылған милли көрәштә яҡташыбыҙ - Әтек ауылы батыры Әсхәт Ямғурсин 2-се урынды яуланы.

Баймаҡтан еңеү менән
Баймаҡтан еңеү менән

Инвестһабантуй 2 июндә Сибайҙа асылып, 4-ендә Баймаҡ районында һабантуй менән тамамланды. Граф күле буйында уҙған байрамда төрлө спорт ярыштары менән берлектә ойошторолған милли көрәштә яҡташыбыҙ - Әтек ауылы батыры Әсхәт Ямғурсин ҡатнашып, 2-се урынды яулауға иреште. 

Республика кимәлендәге ярыштарҙа ла бил бирмәгән Бөрйән көрәшсеһе үҙенең тәҫьораттары менән уртаҡлашты:

-65 килограмм ауырлыҡ категорияһында көрәштем. Ярышта Ишембай, Әбйәлил, Баймаҡ, Сибай һәм башҡа район егеттәре ҡатнашты. Мин 3 турҙа 8 кеше менән көс алыштым.

Үҙем балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләгәс, гел үҙемде формала тотам, ярыш алдынан күберәк шөғөлләнәм. Көрәш буйынса төрлө кимәлдәге ярыштарҙа  ҡатнашырға тырышам. Был юлы ла  үҙемде һынап ҡарарға булдым һәм финалға тиклем барып еттем инде, - тине көрәшсебеҙ.

Афарин, Әсхәт!

Һиңә артабан да ҙур еңеүҙәр, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ теләйбеҙ!

 

Баймаҡтан еңеү менән
Баймаҡтан еңеү менән
Баймаҡтан еңеү менән
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: