Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Февраль 2022, 10:10

“ТАҢ”ДА УНЫҢ ФОТОҺЫ СЫҠҠАН!

...Кискеһен Баҙал биҫтәһендә машинала китеп барһам, берәү ҡул күтәрә. Бала икәнен аңғарғас, туҡтаным. Бер малай инә һалып ултырҙы.

“ТАҢ”ДА УНЫҢ ФОТОҺЫ СЫҠҠАН!
“ТАҢ”ДА УНЫҢ ФОТОҺЫ СЫҠҠАН!

...Кискеһен Баҙал биҫтәһендә машинала китеп барһам, берәү ҡул күтәрә. Бала икәнен аңғарғас, туҡтаным. Бер малай инә һалып ултырҙы.

Балаларҙы ултыртып алып, улар менән әңгәмә ҡорорға яратам. Был юлы ике арала ошондайыраҡ һөйләшеү булды:

-Һуңлап ҡына бара инем, рәхмәт, - тине малай.

-Былай кискә ҡарай ҡайҙа китеп бараң һуң яңғыҙың ғына?

-ФОК-ка.

-Катоккамы әллә?

-Юҡ, көрәшкә (малай саҡ ҡына икенсерәк әйтте, шикелле).

-“Яугир”гәме әллә?

-Эйе.

-Беҙҙең райондың гәзите нисек атала, беләңме?

-Эйе, “Таң” гәзите.

-Маладис! Ә мин шул “Таң”дан Таңһылыу апай.

-Беҙҙең турала яҙҙылар әле яңыраҡ. Фотобыҙҙы ла ҡуйҙылар!

-Эйе шул, “Яугир”ҙең еңеүе тураһында мәҡәлә булды шул..

-Ана шундағы фотола мин дә бар! – Тауышында ғорурлыҡ ноталары уйнап китте малайҙың. Гәзиттә фотоһы сыҡҡан бит уның! Тимәк, гәзиттә сығыу ҙур мәртәбә бала өсөн. Уны ҡанатландырып ебәргән.

-Шулаймы ней?! Маладис!

-Апай, һеҙ ҡайһы яҡҡа барағыҙ?

-Ағиҙел ҡасабаһы яғына.

-Ә-ә...

Радио сәғәт 7 тулғанын белдерҙе.

-7-гә барырға тейеш инеңме әллә?

-Эйе.

Самаһынан үткәрмәй генә тиҙлекте арттыра төштөм һәм “Урал” ФОК-ының ҡапҡаһы эргәһенә үк алып барып ҡуйҙым малайҙы. Машинанан төшкән малай ҡыуанып эскә йүгерҙе.

Берҙән, ошо 7-се класс балаһының район гәзитен белеүе, икенсенән, баланың өйҙә компьютерҙа йәки телефонда ултырмай, сәләмәт тормошҡа ынтылып, йәйәү булһа ла әллә ҡайҙан шөғөлләнергә китеп барыуы ҡыуандырҙы...

Кем ул, тиһегеҙме? Әсәйем Гөлсинә исемле, тигәне генә ҡалғансы хәтерҙә. Ә-ә, класс етәксем Лилиә Таһировна, тине йәнә. Үҙенең исемен дә әйткән һымаҡ ине лә ул. Тик... ҡартлыҡ ғәләмәтеме)))), ковид касафатымы - хәтерҙә ҡалмаған. Уныһы мөһим дә түгел, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡҡан, “Таң” гәзитендә фотоһы баҫылған малай менән аралаштым бит!

Таңһылыу Баһауетдинова.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: