Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ғинуар 2022, 23:05

БӨРЙӘНДӘР - БАШҠОРТОСТАН ЧЕМПИОНДАРЫ

Кемдәр Марий Эл республикаһына барасаҡ?

БӨРЙӘНДӘР - БАШҠОРТОСТАН ЧЕМПИОНДАРЫ
БӨРЙӘНДӘР - БАШҠОРТОСТАН ЧЕМПИОНДАРЫ

Кисә, 23 ғинуарҙа панкратион буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге һәм чемпионаты үткән.

Бөрйән яугирҙәре Азалия Төлкөбаева һәм Дарья Григорьева 1-се урындар яулаған! Азалия ике ике көрәш үткәргән һәм икеһендә лә көрәште ваҡытынан алда тамамлаған. Батыр Бөрйән ҡыҙҙарын Башҡортостан чемпиондары тип иҫәпләргә була.

Батыр Ишбулатов - 2-се, Арслан Бариев 3-сө урын алғандар.

Шулай итеп уларҙың барыһы ла Башҡортостан составына ингән. Артабан спортсылар Волга буйы федераль округы беренселегендә һәм чемпионатында ҡатнашасаҡтар. Ул февраль айында Марий Эл республикаһында үтәсәк.

Спортсыларға һәм уларҙы әҙерләгән тренерҙарға һаулыҡ, тағы ла бейегерәк үрҙәр һәм еңеүҙәр теләйек!

БӨРЙӘНДӘР - БАШҠОРТОСТАН ЧЕМПИОНДАРЫ
БӨРЙӘНДӘР - БАШҠОРТОСТАН ЧЕМПИОНДАРЫ
БӨРЙӘНДӘР - БАШҠОРТОСТАН ЧЕМПИОНДАРЫ
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: