Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Ғинуар 2022, 11:35

Ҡыпсаҡ егете Иштуған - Рәсәйҙең спорт мастеры кандидаты

“Яугир” спорт клубының Әбделмәмбәт ауылы филиалы тәрбиәләнеүсеһе Шәмиғолов Иштуған Ислам улы “Панкратион” спорт көрәше буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры кандидаты дәрәжәһен алды. Уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Ҡыпсаҡ егете Иштуған - Рәсәйҙең спорт мастеры кандидаты
Ҡыпсаҡ егете Иштуған - Рәсәйҙең спорт мастеры кандидаты

- Спорт менән ҡасан шөғөлләнә башланың?
- 5-6 йәштән алып спорт менән дуҫмын. Мәктәп йылдарында еңел атлетика буйынса Президент ярыштарында йыш ҡатнаштым. Шулай уҡ баскетбол, өҫтәл теннисы, хоккей уйнай торғайным. Панкратион менән быйыл ғинуар айынан шөғөлләнә башланым.


- Төрлө ярыштарҙа, республика, Рәсәй чемпионаттарында ҡатнашҡанһың, иң иҫтә ҡалғандары ҡайһылары?
- Республика һәм Волга буйы федераль округы беренселегендә чемпион булдым. Рәсәй чемпионатында лайыҡлы сығыш яһаным. Ҡазан ҡалаһында грэпплинг буйынса уҙған “Изге Рамаҙан кубогы” асыҡ турнирында донъя һәм европа чемпиондары араһында 4-се урын алдым. ММА ҡатнаш көрәш буйынса Башҡортостанда 2-се урын яуланым.


- Яңыраҡ панкратион буйынса Рәсәй спорт мастеры кандидаты булдың, бындай һөҙөмтәгә нисек өлгәштең?
- 8-се класта милли көрәш менән мауығып киттем. Һуңынан ике йыл дауамында грепплинг менән шөғөлләндем, хәҙер панкратионға күстем. Ошо ваҡыт эсендә ҙур тәжрибә туплап өлгөрҙөм. Был үҙ һөҙөмтәһен бирҙе - ҙур еңеүҙәргә килтерҙе.


- Панкратион спорт төрөнөң үҙенсәлектәрен һөйләп китһәң ине.
-Панкратион – иң боронғо көрәш төрҙәренең береһе. Көрәш ысулы хәҙерге ММА-ға оҡшаған, каратэ, дзюдо, бокс кеүек көрәш элементтарын үҙ эсенә ала.


- Тән йәрәхәттәре алғаның булдымы?
- Яңыраҡ күнекмә яһаған мәлдә тубығымды имгәттем. Ҡул-аяҡ яралары даими булып тора. Физкультура – һауыҡтыра, спорт – ауырттыра, тип дөрөҫ әйтәләр. Ләкин яратҡан шөғөлөмдө ташларға йыйынмайым.


- Тормош девизың ниндәй?
- Спортта һәм тормошта бер ҡасан да еңелмәҫкә, ауырлыҡтарға бирешмәй, аҙаҡҡа тиклем барырға.


- Гәзит уҡыусыларға, йәштәргә ниндәй теләктәрең бар?
- Мөмкин тиклем күберәк спорт менән шөғөлләнһендәр.


- Киләсәккә ниндәй уй-маҡсаттар менән янаһың?
- Донъя кимәленә сығырға, профессиональ көрәшсе булырға хыялланам, ти Республика чемпионаттары еңеүсеһе, Рәсәй чемпионаты ҡатнашыусыһы Иштуған Ислам улы.

 
Автор:Айгиз Буранғолов
Теги:спорт
Читайте нас: