Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Ғинуар 2022, 14:05

Монасип боҙо ҡыҙҙы

Һәр миҙгелдең көтөп алған үҙ байрамы, үҙ уйындары була. Оҙайлы, ҡышҡы каникулдарҙа республика, район күләмендә әленән әле матур саралар, фестивалдәр, ярыштар үтеп тора.

Монасип боҙо ҡыҙҙы
Монасип боҙо ҡыҙҙы

Иҫке Монасип мәктәбенең боҙ майҙансығында Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаевтың күсмә кубогына Иҫке Монасип, Иҫке Собханғол, Байназар, Әбделмәмбәт хоккей командалары араһында көсөргәнешле, сәмле ярыш уҙҙы.
Мәктәп директоры Данил Камил улы Ҡотлобаев сәләмләп, уйынсыларҙы, ветеран уҡытыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы ҡотланы һәм изге теләктәрен еткереп уйынды асты. Иҫке Монасип мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Азат Әхмәт улы Әйүпов уйынсыларҙы уйындың шарттары менән таныштырғандан һуң старт бирҙе. Уйынсылар бер-береһенең уйын манераһын бик яҡшы беләләр, сәмләнеп ярыштылар.
Монасип боҙо ҡыҙҙы! Шайбалар ҡапҡаларға инә торҙо. Көстәре түбәнерәк булған командалар төшөп ҡала торҙо һәм ниһайәт, еңеүсе команда билдәләнде.
1- се урынға Байназар ауылы студенттары лайыҡ булды һәм күсмә кубокты икенсе йыл рәттән үҙҙәрендә ҡалдырырға ирештеләр. 2- се урынға "Бөрйән"командаһы сыҡһа, 3- сө урынға Байназар мәктәбенең уҡыусылар командаһы лайыҡ тип табылды. Шулай уҡ уйындың иң етеҙҙәре, сос уйынсылары ла билдәләп кителде. "Иң өмөтлө уйынсы" исеменә Байназарҙан Маликов Динислам, Буранбаев Вадим лайыҡ тип табылды һәм Иҫке Монасип ауылы эшҡыуары Зөфәр Мөхәмәтулла улы Көҫәпҡоловтың 1000 һумлыҡ махсус призына эйә булдылар.
"Иң яҡшы һөжүм итеүсе" титулына "Бөрйән" командаһы уйынсыһы - Константин Быков, "Иң яҡшы һаҡлаусы" "Ҡыпсаҡ"командаһы уйынсыһы - Үтәбаев Ирхан, "Иң яҡшы голкипер" Байназар командаһы уйынсыһы - Ильяс Аҙанғолов лайыҡ булды.
Сәмле ярышта егеттәр матур, шәп уйын күрһәтте.

Монасип боҙо ҡыҙҙы
Монасип боҙо ҡыҙҙы
Монасип боҙо ҡыҙҙы
Автор:Гулиза Хафизова
Теги:хоккей
Читайте нас: