Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Февраль 2021, 18:00

Сәмле барҙы ярыш

Яңы Мөсәт ауылында уҡыусылар үҙҙәре эшләп алған боҙ майҙансығында хоккей ярышы ойошторолдо.

Яңы Мөсәт ауылында уҡыусылар үҙҙәре эшләп алған боҙ майҙансығында хоккей ярышы ойошторолдо.
Ярышта өс команда ҡатнашты. Көсөргәнешле уйында “Арыҫландар” командаһы - 1-се, “Бүреләр” - 2-се, ә “Айыуҙар” 3-сө урынға сыҡты.

Ибраһим Ҡаһарманов – “Иң яҡшы һөжүм итеүсе”, Ирхан Ҡасҡынбаев - “Иң яҡшы ҡапҡасы”, Динар Юлбирҙин “Иң яҡшы һаҡсы” тип билдәләнде. Был уйынды ауылдашыбыҙ Зарема Дәүләтҡужина ойошторҙо. Уйынсыларға Зарема Фәрит ҡыҙы миҙалдар һәм тәмлекәстәр тапшырҙы. Уйын барышын күҙәтеүсе Ильяс һәм Айгөл Ҡаһармановтар ҙа уйынсыларға тәмлекәстәр тараттылар.
Читайте нас: