28 июндә район үҙәгендә Йәштәр көнөнә арналған велоярыш - 2020 уҙҙы. Районда велосипедсылар уҙышы беренсегә үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, ҡатнашырға теләүселәрҙең күп булыуы ҡыуандырҙы.
Бәләкәй балалар, ҡатынҡыҙҙар һәм өс категорияла ир-егеттәр көс һынашты. Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов бәйгеселәргә ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен, ярыш сәме теләп:
- Был уҙыш 3 ай дауамында барған коронавирус инфекцияһы менән бәйле килеп сыҡҡан сикләүҙәрҙән һуң үткәрелгән тәүге сара. Киләсәктә районда спорт саралары әүҙемләшер, тип ышанам, - тине. Алып барыусылар Илһам Ишкинин менән Ирек Шәмиғоловтың дәртле, еңеүгә әйҙәгән көслө комментарийҙары аҫтында барҙы ярыштар.
“Мәсем” балалар һәм үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре лә ярыштың мауыҡтырғыс үтеүе өсөн ҙур көс һалды. Дистанцияның оҙонлоғо 5 саҡырым ине. Уны үтеү бигүк еңел бирелмәне. Әммә һәммәһе лә (юлда боҙолған велосипедарҙы иҫәпкә алмағанда) билдәләнгән аранытырышып үтеп, финишҡа килеп етте.
Был көндә еңелеүселәр булманы, иң мөһиме — ҡатнашыу һәм яҡшы кәйеф, тине улар. Сараның төп маҡсаты ла шуға ҡайтып ҡала - халыҡты сәләмәт ялға йәлеп итеү, районда велосипедсылар хәрәкәтен үҫтереү. Еңеүселәргә һәм призерҙарға дипломдар, бүләктәр тапшырылды. Ә иң төп приз – тиҙлекле велосипед ине!
5 йәштән 12 йәшкә тиклемгеләр араһында 3 - сө урында – Рәзиф Мөхәмәтйәнов, 2 - се - Илмир Хәлитов. Арслан Хоҙайназаров, 1-се урынға сығып, кубокка эйә булды.
Балаларға бүләктәрҙе ЮХХДИ инспекторы Р. Мостафин тапшырҙы. 12 йәштән 16 йәшкә тиклемгеләр араһында 3-сө урын Айрат Ҡунафинға тәтене. 2-се урында - Нияз Ғәбитов. Береһен дә еткермәгән Евгений Быков велосипедлы булды!
17 йәштән 30 йәшкә тиклемгеләр категорияһында 3-сө булып Азамат Хәкимов килеп етһә, 2-се урында Константин Быков.
Ә Йәмил Хәйрул лин, 1-се урынға сығып, тиҙлекле велосипед хужаһы булды. 30 йәштән өлкән ир-егеттәр төркөмөндә 3-сө урында - Игорь Епифанов, 2-се - Рөстәм Сыртланов. Ә 1-се урынға ойоштороусыларҙың береһе Алмаз Мырҙағолов сыҡты. 16 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар араһында Юлиә Зарипова - 3-сө, Айгөл Ғәзизова 2-се булды. Ә велосипед был категорияла Нәзилә Мырҙағоловаға эләкте.
Бына шулай, ирлеҡатынлы Мырҙағоловтар икеһе лә велосипедлы булды был көндә.
Ойоштороусыларға, бағыусылар– район эшҡыуарҙарына афарин тиергә ҡала!
Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙы төп маҡсат иткән велоуҙыш районда беренсе тапҡыр үтте. Ләкин уның йолаға әйләнеренә шик юҡ. Ярыштарҙа ҡатнашырға теләүселәрҙең күп булыуы ла шуға ишара яһай.