“Урал” физкультура сәләмәтләндереү комплексында ойошмалар һәм учреждениелар араһында Спартакиада сиктәрендә өҫтәл теннисы буйынса ярыш үтте.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се урынды “Урал” ФОК-ы командаһы яуланы, 2-се урынға район үҙәк дауаханаһы, 3-сө урынға Иҫке Собханғол урта мәктәбе командалары сыҡты.
Ир-егеттәр араһында Иҫке Собханғол урта мәктәбе - 1-се, район үҙәк дауаханаһы - 2-се, район хакимиәте командаһы 3-сө урындарҙы яуланы. 73-сө янғын һүндереү бүлеге, юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы, район электр селтәрҙәре, “Урал” ФОК-ы, 1-се һанлы балалар баҡсаһы командалары ла был Спартакиада зачетына үҙ иҫәптәрен индерҙе.
Спорт яңылыҡтары тураһында тулыраҡ "Таң" гәзитенең 26 ноябрь һанынан уҡығыҙ.