Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Апрель 2019, 13:18

Эстафетала әүҙем ҡатнашайыҡ!

Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығы, райондағы ойошма, учреждение, предприятиелар һәм ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре араһындағы Спартакиада сиктәрендә һәм “Таң” гәзитенең күсмә кубогына 1 май көнө район үҙәгендә еңел атлетика эстафетаһы ойошторола. Ярыштар 11.00 сәғәттә башлана. Эстафета 8 этаптан тора.

Ярыштар түбәндәге тәртиптә үтә:
- Ир-егеттәр командалары араһында;
- Ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында;
- Мәктәп уҡыусылары һәм ауыл биләмәләре араһында. Ҡатнаш командаларҙа ир-егеттәр 1,3,5,6,8 этаптарҙа йүгерә, ҡатын-ҡыҙҙар – 2,4,7 этаптарҙа.
- Ойошма, учреждение һәм предприятиеларҙың ҡатнаш командалары араһында «Таң» гәзите кубогына ярыш.
Эстафета
маршруты
1-се этап – мәктәп – көнкүреш йорто;
2-се этап – көнкүреш йорто – “Башспирт” магазины;
3-сө этап – “Башспирт” магазины – “Ҡыпсаҡ” сауҙа үҙәге;
4-се этап – “Ҡыпсаҡ” сауҙа үҙәге – “Башинформсвязь”;
5-се этап – “Башинформсвязь” – балалар китапханаһы;
6-сы этап – балалар китапханаһы – Ағиҙел урамы, 42 (Бельская, 42);
7-се этап – Ағиҙел урамы, 42 – мәктәп;
8-се этап – мәктәп – мәҙәниәт йорто алдындағы сәхнә.
Читайте нас: