Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Апрель 2018, 17:02

Атай, әсәй һәм мин - спорт һөйөүсе ғаилә.

Һәр ғаиләнең матурлығы, бәхете - татыулыҡта, бер-береңде аңлап, тормоштан кинәнес табып йәшәүҙәлер. Маҡтауға, хөрмәт-ихтирамға лайыҡ йәш ғаиләләр районыбыҙҙа бихисап. Ә уларҙың спорт менән дуҫ булыуҙары, сәләмәт тормош алып барыуҙары икеләтә ҡыуаныс.

Һәр ғаиләнең матурлығы, бәхете - татыулыҡта, бер-береңде аңлап, тормоштан кинәнес табып йәшәүҙәлер. Маҡтауға, хөрмәт-ихтирамға лайыҡ йәш ғаиләләр районыбыҙҙа бихисап. Ә уларҙың спорт менән дуҫ булыуҙары, сәләмәт тормош алып барыуҙары икеләтә ҡыуаныс. Йәш ғаиләләрҙе үҫтереү, сәләмәт тормош һәм спортты пропагандалау маҡсатында 19 апрель «Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә» бәйгеһе үткәрелде. Спорт һөйөүсе ғаиләләр араһында үткәрелгән был бәйге, изге йолаға әйләнде инде, районда бер нисә йыл рәттән уҙғарылып килә.

Бәйге биш этапта барҙы: дартс, тупты баскетбол кәрзиненә ырғытыу, алыҫлыҡҡа һикереү, ҡатнаш эстафета һәм еңел атлетика эстафетаһы. Бәйгеселәребеҙ мәргәнлектә, сослоҡта һәм тиҙлектә көс һынашты. Йыйылған мәрәйҙәр буйынса баһалама ағзалары урындарҙы түбәндәгесә билдәләне: Гран-при яулаусы Иҫке Собханғол ауылынан Ҡонафиндар ғаиләһе (Фаяз, Фәүзиә һәм Фаягөл), 1 урынды Иҫке Монасип ауылынан Опрялар ғаиләһе (Денис, Резида һәм Арсений), икенсе Ғәҙелғәрәйҙән Баймырҙиндар ғаиләһе (Рәмис, Гөлнара һәм Лилиә), өсөнсө урын Байназарҙан Елисеевтар (Антон, Ләйсән һәм Вадим).

Айгөл Ғәзизова, “Мәсем” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы педагогы.

Читайте нас: