Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Март 2018, 18:15

Дәрт иткән - ниәтенә ирешкән

Һуңғы йылдарҙа уҡ атыу айырыуса әүҙемләшеп китте. Республиканың, илдең теге йәки был төбәгендә уҡсылар бәйгеләре үтеп тора. Билдәле уҡсылары менән дан тотҡан районыбыҙҙа ла спорттың был төрөнә иғтибар артҡандан-арта бара. Өлгөр ҡыпсаҡтар иһә тәүгеләрҙән булып ауыл беренселеге ойошторҙо.

Әбделмәмбәттә “Ҡыпсаҡ уҡсыһы” тип исемләнгән ауыл беренселегендә 51 кеше ҡатнашты

Һуңғы йылдарҙа уҡ атыу айырыуса әүҙемләшеп китте. Республиканың, илдең теге йәки был төбәгендә уҡсылар бәйгеләре үтеп тора. Билдәле уҡсылары менән дан тотҡан районыбыҙҙа ла спорттың был төрөнә иғтибар артҡандан-арта бара. Өлгөр ҡыпсаҡтар иһә тәүгеләрҙән булып ауыл беренселеге ойошторҙо.

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы мәктәп директоры Инсур Үтәбаев сәләмләп, сараны ойоштороуға ярҙам күрһәтеүселәргә - ауыл хакимиәте башлығы Нур Усмановҡа, шәхси эшҡыуар Илнур Шәмиғоловҡа һәм “Stihl” компанияһының рәсми дилеры - “Крепеж” магазины директоры Артур Мөхәмәтдиновҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Бәйгелә 51 уҡсы һынау тотто. Ярыш 3 этаптан торҙо: сәпкә, плакатҡа төшөрөлгән 5 алмаға һәм бысҡы онтағы тултырылған бәүелеп торған тоҡҡа атыу. Көндөң һыуыҡ, әсе елле булыуына ҡарамаҫтан, балалар ҙа, өлкәндәр ҙә һәр этапта ихлас ҡатнашты. Еңеүселәр малайҙар, ир-егеттәр һәм ҡыҙҙар, ҡатын-ҡыҙҙар араһында дүртәр йәш категорияһында билдәләнде.

Шайморат Ғөбәйҙуллин, Ирхан Үтәбаев, Батырша Боҫҡонов, Илдар Усманов, Айгизә Алтыншина, Айзилә Шәмиғолова, Наҙгөл Назарғолова, Рәфилә Мәсәғүтовалар 1-се урындар яуланы. Барлыҡ призерҙарға ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Иң күп мәрәй йыйған Илдар Усманов бәйгенең абсолют еңеүсеһе тип табылып, күсмә кубок менән бүләкләнде. Юғары мәрәйҙәр йыйған Батырша Боҫҡонов, Ирхан Үтәбаев һәм Наҙгөл Назарғолова марттың һуңғы көндәрендә Өфө ҡалаһында үтәсәк “Уғатар” бәйгеһендә ҡатнашыу хоҡуғы алды. Иң бәләкәй бәйгесе Азиз Боҫҡоновҡа (7 йәш) һәм иң өлкән бәйгесе Зәбир Усмановҡа ла (63 йәш) махсус бүләктәр әҙерләнгән ине.Әйткәндәй, был бәйгелә махсус әҙерлеге булған спортсылар ғына ҡатнашты. Улар аҙнаһына 2 тапҡыр мәктәптә физкультура уҡытыусыһы Зиннур Боҫҡонов етәкселегендә уҡ атыу түңәрәгендә шөғөлләнә. Түңәрәккә башланғыс синыф уҡыусыларынан алып оло йәштәге апай-ағайҙарға тиклем 60-70 кеше йөрөй.

- Был проект күптән хыялыбыҙҙа бар ине, эшҡыуар Илнур Шәмиғоловтың идеяһы ярыш ойоштороуға ҙур этәргес булды. “Тимербатыр” лагерынан йыйылған һәм ауыл хакимиәте биргән аҡсаға инвентарҙар алған инек, “Ҡыпсаҡ” сауҙа үҙәге һәм “Крепеж” магазины бүлгән 25 мең һум бәйгене ойоштороуға һәм уҡтар һатып алыуға тотонолдо. Киләсәктә ачери-биатлон буйынса ла эшләргә ниәтләйбеҙ, - ти мәктәп директоры Инсур Үтәбаев.

“Ҡыпсаҡ уҡсыһы” - Илнур Шәмиғоловтың идеяһы менән тормошҡа ашырылған тәүге проект.

- Районда спортты үҫтереүгә тос өлөш индерә алырҙай эшҡыуарҙарҙың йәмәғәт ойошмаһын булдырырға ниәтләйбеҙ. Тәүге ҙур проект итеп Әбделмәмбәт ауылында уҡ атыуҙы һәм милли көрәште үҫтереүгә йүнәлтеләсәк, шулай уҡ волейбол, фитнес кеүек спорт төрҙәренә лә иғтибар бүленәсәк спорт комплексы төҙөү күҙаллана. Был комплекс мәктәп уҡыусылары өсөн генә түгел, дөйөм ауыл халҡы өсөн эшләйәсәк һәм райондың башҡа ауылдарынан да теләүселәр килә аласаҡ. Йәмғиәттең эше “Таң” гәзитендә яҡтыртылып барасаҡ. Фәнис Юлмөхәмәтов, Айҙар Яхин, Альберт Әбдрәшитов, Вилдан Кәримов, Зөфәр Көҫәпҡолов, Артур Мырҙағолов һәм Белореттан Артур Мөхәмәтдинов был башланғысҡа ҡушылырға теләктәрен белдерҙе, теләктәре булған башҡа эшҡыуарҙарҙы ла йәмғиәткә ҡушылырға саҡырып ҡалабыҙ, - ти Илнур Булат улы.

Район, республика ғына түгел, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара ярыш-чемпионаттар призерҙары тәрбиәләүсе Әбделмәмбәт мәктәбендә беренселек үтеүе лә, ошо көндәрҙә ойоштороласаҡ йәмәғәт ойошмаһының тәүге ҙур проектының да унда планлаштырылыуына аптырайһы түгел – дәрт иткән эшләр, тиҙәр бит.

Миләүшә Ҡасимова.

Читайте нас: