Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Март 2018, 17:35

Ахайҙар беренсе

3 март көнө, Ғәлиәкбәр мәктәбенең спорт залында Илдар Зөфәр улы Ғәбитов иҫтәлегенә арналған волейбол буйынса күсмә кубокҡа турнир уҙғарылды.

Илдар Ғәбитов урта мәктәпте тамамлап, хәрби хеҙмәткә Төнъяҡ Кавказ хәрби округына эләгеп, Грозный ҡалаһында барған ҡаты бәрелештә 1996 йылдың 20 авгусында батырҙарса һәләк булды. Үлгәндән һуң яугир “Ҡаһарманлыҡ” ордены менән наградлана. Ауылдаштары Ғәбитов Илдар Зөфәр улын бөгөн дә тик яҡшы яҡтан иҫкә ала. Ул тамамлаған мәктәпкә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Бөгөн спортсылар иҫкә алып, сәскәләр һалды.

3 март көнө, Ғәлиәкбәр мәктәбенең спорт залында Илдар Зөфәр улы Ғәбитов иҫтәлегенә арналған волейбол буйынса күсмә кубокҡа турнир уҙғарылды. Ул матур традицияға әйләнде. Бына инде егерменсе тапҡыр Ғәлиәкбәр мәктәбе физкультура уҡытыусыһы Ҡаһарманов Рауил Абдулхаҡ улы волейбол ярышын ҙур ойошҡанлыҡ менән уҙғара. Уның маҡсаты изге - йәштәр араһында сәләмәт тормошто пропогандалау һәм хәрби бурыс үтәгәндә һәләк булғандарҙың исемен мәңгеләштереү һәм онотмау. Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡыусылары район ярыштарында әүҙем ҡатнашып, һәр ваҡыт призлы урындар яулай. Спортҡа һөйөү уятыу, һаулыҡты нығытыу нигеҙендә ойошторолған сара тантаналы рәүештә асылды. Тантананы мәктәп директоры асып, Илдарҙың атаһы Ғәбитов Зөфәр Зәкир улы һүҙ тотто. Сараны мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең спорт һәм концерт номерҙары менән биҙәне.

Сарала Бөрйән районы хакимиәтенең физкультура, спорт комитеты рәйесе Ирек Шәмиғолов, Ғәбитов Илдарҙың атаһы Зөфәр Зәкир улы һәм туғандары килде. Бөтәһе алты команда Әбйәлил районы “Ахай” командаһы капитаны Боҫҡонов Винер, Иҫке Собханғол “Фурҡан” командаһы капитаны Мырҙағолов Артур, Ғәлиәкбәр командаһы капитаны Әминев Дим, Белорет районы Сәрмән ауылы камандаһы капитаны Мөхәмәтйәнов Айнур, Иҫке Собханғол мәктәбе командаһы капитаны Динисламов Тимур, Берлек командаһы капитаны Ишкинин Илһам ҡатнаштылар.

Ауыл халҡы, спорт һөйөүселәр, йәштәр, көйәрмәндәр һәр уйынды көслө алҡыштар менән дәртләндереп ултырҙы. Иҫке Собханғол “Фурҡан”, Иҫке Собханғол мәктәбе, Ғәлиәкбәр, Берлек, Әбйәлил районы “Ахай”, Белорет районы командалары көслө уйын күрһәтте. Айырыуса финал ярыштары көсөргәнешле барҙы.

Ныҡлы әҙерлек менән килгән Әбйәлил районы Ахай ауылы командаһы 1-се урын һәм күсмә күбок яуланы, капитаны Килдейәров Илшат, уларҙан аҙ ғына ҡалышып, Иҫке Собханғол (Бөрйән) – 2-се, Белорет районы Сәрмән ауылы командаһы (капитаны Мөхәмәтйәнов Айнур) – 3-сө урын алды.

Уйын ваҡытында иң яҡшылар ҙа билдәләнде: йәштәр араһында “Иң яҡшы һөжүмсе” Ғәлиәкбәр ауылынан Әминев Дим, ололар араһынан Иҫке Собханғол ауылынан Хәсәнов Хәйҙәр, йәштәр араһында “Иң яҡшы ойоштороусы” Ахай ауылынан Килдейәров Илшат, ололар араһында Сәрмән ауылынан Мөхәмәтйәнов Айнур һәм “Иң яҡшы уйынсы” тип Ахай ауылынан Боҫҡонов Венер, Берлек ауылынан Ҡаһарманов Илһам. Ғаиләнең нигеҙе ныҡ булған кеүек, йәмғиәтебеҙ ҙә ошондай ир-егеттәр менән көслө. Уйнаусыларға ярыш бик оҡшаны, бөтәһе лә ҡәнәғәт ҡалды. Киләсәктә был ярышты даими һәм тирә-яҡ ауыл командалары ҡатнашлығында ҙурыраҡ күләмдә үткәреү күҙҙә тотола.

Дамир Аллабирҙин.

Читайте нас: