13 ғинуар көнө “Урал” физкультура-һауыҡтырыу комплексы кубогына ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса район ярышы үтә. Ярышта табип рөхсәте алған, тейешле спорт әҙерлеге булған һәм мандат комиссияһы тарафынан үткәрелгән командалар ҡатнаша ала. Мәктәп уҡыусылары ярышта ҡатнаша алмай. Һәр командала спортсылар һаны 6-нан да кәм булмаҫҡа тейеш. Ярыш 10:00 сәғәттә башлана.