

Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһе ай һайын пенсиялар түләүгә 26 миллиард һумдан артығыраҡ аҡса йүнәлтә.
Бөгөнгө көнгә республикала 1,1 миллион пенсионер пенсияларҙың төрлө төрҙәрен ала. Ағымдағы йылдың тәүге яртыһында Бүлексә был маҡсаттарға 157 миллиард һум аҡса йүнәлткән.
Был көндәрҙә СССР-ҙың “Дәүләт пенсиялары тураһында” Законы ҡабул ителеүгә 70 йыл тулыуы билдәләнә – ул 1956 йылдың июлендә ҡабул ителгән булған. Пенсия системаһы даими үҫеш юлында, пенсияларҙы документлаштырыу ҙа уңайлыраҡ була бара.
Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса Бүлексәһе идарасыһы Фәнил Вәхитов билдәләүенсә, хәҙер ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияларының күбеһе Дәүләт хеҙмәтенә бер тапҡыр ғына мөрәжәғәт итеү буйынса тәғәйенләнә – граждандар яғынан өҫтәмә документтар йыйыу һәм башҡа ғәмәлдәр талап ителмәй. Был гражданиндың шәхси лицевой иҫәбендә (индивидуальный лицевой счет) барлыҡ мәғлүмәттәр тулы һәм дөрөҫ булғанда мөмкин.
2026 йылда 59 йәштәре тулған ҡатын-ҡыҙҙар һәм 64 йәштәре тулған ир-егеттәр ҡартлыҡ буйынса пенсияға сығыу мөмкинлегенә эйә. Ләкин был осраҡта граждандарҙың кәмендә 15 йыл страховка стажы һәм кәмендә 30 шәхси пенсия коэффициенты (ИПК) булыуы шарт.
Шуны билдәләргә кәрәк – стажға эшләгән йылдар ғына түгел, страховкаға инмәгән (нестраховые) осор ҙа индерелә: ул йылдар өсөн дә пенсия коэффициенттары иҫәпләнә. Улар - йәш ярымына тиклем бала ҡарау, хеҙмәткә яраҡһыҙ гражданинды ҡарау һәм армияла хеҙмәт итеү йылдары.
Пенсия системаһы пенсияға ваҡытынан алда сығыуҙың байтаҡ варианттарын күҙаллай. Мәҫәлән, хеҙмәттең ауыр һәм зыянлы шарттарында эшләгән хеҙмәткәрҙәр һәм эшселер ваҡытынан алда пенсияға сыға ала: химия, нефть сығарыу һәм эшкәртеү тармаҡтары, төҙөлөш-монтаж эштәре мастерҙары (прорабтар, ташсылар), иретеп йәбештереүселәр һ. б.
Педагогтар, медицина хеҙмәткәрҙәре, бынан тыш, ижади профессиялар вәкилдәре лә ошондай уҡ хоҡуҡҡа эйә. Шулай уҡ ҙур стажға эйә булған кешеләр ҙә ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғы менән файҙалана ала: ир-егеттәр өсөн ул 42 йыл, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – 37 йыл.
Күп балалы әсәләр ҙә ваҡытынан байтаҡҡа алдан пенсияға сығыу мөмкинлегенә эйә. Мәҫәлән, 15 йылдан кәм булмаған стаждары һәм 30 шәхси пенсия коэффициенттары (ИПК) булған хәлдә, 5 һәм унан күберәк балалары булған әсәләр – 50 йәштән, 4 бала менән – 56 йәштән, 3 бала менән 57 йәштән пенсияға сығыу мөмкинле ҡаралған.
Быйылғы йылдан башлап, бер ниндәй сикләүҙәрһеҙ, барлыҡ балаларҙы ҡараған йылдар ҙа стажға инә. Элек әсәнең стажына 4 баланы ҡараған осор ғына иҫәпкә алына ине.
Пенсия тәғәйенләнгәндән һуң граждандар уны алыу ысулын үҙе һайлай – теләгән ваҡытында уны үҙгәртергә лә мөмкин. Бының өсөн Дәүләт хеҙмәте аша, Күп функциялы үҙәктең (МФЦ) йәки Рәсәй Социаль фондын клиент хеҙмәттәре аша ғариза биреү ҙә етә.
Бөгөнгә көнгә пенсионерҙарҙың 76 проценттан күберәге түләүҙәрҙе банк иҫәбе аша, 24 проценты “Рәсәй почтаһы” аша ала.
Пенсиялар тураһында һорауҙарығыҙ булһа, 8–800–100–00–01 телефоны аша (шылтыратыу бушлай) мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республкиаһы буйынса Бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.