

Быйыл Башҡортостанда йәшәүсе 1,9 меңдән артыҡ кеше әсәлек капиталы средстволарын балаларға белем биреүгә йүнәлткән.
Был йүнәлешкә әсәлек капиталын ҡулланыуға хупланған ғаризаларҙың 13 проценты тура килә. Улар буйынса Социаль фондтың Башҡортостан буйынса Бүлексәһе йыл башынан алып 144 миллион һум аҡса түләгән.
Әсәлек капиталын ҡулланып, мәктәпкәсә белем биреү, урта махсус уҡыу йортонда йәки юғары уҡыу йортонда белем алыу, автомәктәп, сит ил телдәрен өйрәнеү курстары, спорт секциялары, музыка һәм художество мәктәптәре, төрлө түңәрәктәр, шулай уҡ дөйөм ятаҡта йәшәү өсөн түләргә мөмкин. Ул аҡсалар уҡыу осоро өсөн бирелә.
Ата-әсәләр балаларын дәүләт учреждениеларында ғына түгел, шәхси белем биреү учреждениеларында ҡарау һәм уҡытыу буйынса хеҙмәттәр өсөн дә әсәлек капиталы средстволарынан түләй ала. Иң мөһиме, уҡыу йортоноң Рәсәйҙә урынлашыуы һәм белем биреү эшмәкәрлегенә лицензияһы булыуы шарт.
Әсәлек капиталы средстволарын ғаиләләге теләгән бер баланың белем алыуына йүнәлтергә мөмкин. Иң мөһиме, уҡый башлауға уның 25 йәше тулмаған булыуы шарт.
Әсәлек капиталы средстволарын тотоноуға ғаризаны әсәлек капиталына хоҡуҡҡа сәбәпсе булған балаға 3 йәш тулғас ҡына бирергә мөмкин. Бында бер генә иҫкәрмә бар – мәктәпкәсә белем биреү программаһы буйынса хеҙмәттәргә түләү. Был йүнәлештә әсәлек капиталы менән бала тыуғас та ҡулланырға мөмкин.
Әсәлек капиталы средстволары менән файҙаланыуға ғаризаны Дәүләт хеҙмәте порталында, Күп функциялы үҙәктә (МФЦ) йәки Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса Бүлексәһенең клиент хеҙмәттәрендә бирергә була. Бындай ғаризалар ғариза бирелгән көндән алып 5 эш көнө дауамында ҡарала.
Әсәлек капиталы средстволарын ҡулланыу тураһында һорауҙар менән берҙәм бәйләнеш үҙәгенә түбәндәге номер аша шылтыратырға мөмкин: 8–800–100–00–01 (шылтыратыу бушлай). Эш ваҡыттары: дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем 09.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, йома – 09.00 сәғәттә 16.45 сәғәткә тиклем.
Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.