Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
25 Сентябрь 2025, 09:05

МРОТ 2026 йылда күпме буласаҡ?

Рәсәй Хөкүмәте хеҙмәткә түләүҙең минималь кимәлен 20 процентҡа арттырырға планлаштыра.

МРОТ 2026 йылда күпме буласаҡ?
МРОТ 2026 йылда күпме буласаҡ?

Рәсәй Хөкүмәте хеҙмәткә түләүҙең минималь кимәлен 20 процентҡа арттырырға планлаштыра.

 

Тәҡдим ителгән үҙгәрештәргә ярашлы, 2026 йылдың 1 ғинуарынан МРОТ күләме 27 мең 93 һумға етәсәк. Был ҡарар 4,5 миллион кешенең эш хаҡын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. МРОТ күрһәткесе шулай уҡ күп һанлы башҡа түләүҙәрҙе иҫәпләү өсөн дә кәрәк. Шул иҫәптән отпуск, сирләү буйынса һәм башҡа пособиеларҙы.

“Президент В. Путин, МРОТ әле үк йәшәү минимумынан юғарыраҡ һәм бындай индексация дауам итәсәк - халыҡтың килеме үҫеү мәсьәләләре хөкүмәттең даими иғтибар үҙәгендә, тип белдерҙе”, - тип билдәләй хөкүмәт етәксеһе Михаил Мишустин.

“Башинформ”дан.

Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас