Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
21 Март 2025, 17:00

“Һөт кухняһы” – сифатлы ризыҡ

Республикала “Һөт кухняһы” Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса 2019 йылдан алып эшләп килә. Был программа сиктәрендә һөт продукциялары ауырлы ҡатындарға, имеҙеүсе әсәләргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән булған өс йәшкә тиклемге балаларға, шулай уҡ опекаға алынғандарға бушлай ҡаралған. “Һөт кухняһы”н уҙған йылда республикала 27 904 кеше алған. Шул иҫәптән, 486 ауырлы ҡатын,  621 имеҙеүсе әсә, 3 йәшкә тиклемге 25 616 бала һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 1181 ғаилә ағзаһы.  

“Һөт кухняһы” – сифатлы ризыҡ
“Һөт кухняһы” – сифатлы ризыҡ

Быйыл, 2025 йылда льготалылар иҫәбенә Махсус хәрби операция ветерандарын да  индерҙеләр. Был өҫтәмә рәүештә 1,5 мең кешене файҙалы ризыҡ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

Бөрйән районында һөт продукцияһын алдырыусылар әлеге ваҡытта 128 кеше. Унан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 3 ғаилә ағзаһы “Һөт кухняһы”н алдыра. Продукция 56-сы үҙәк район аптекаһына дүшәмбе һәм шаршамбы көндәрендә Белорет ҡалаһынан килтерелә һәм шул уҡ көндә аптека хеҙмәткәрҙәре тарафынан таратыла. Төпкөл ауылдарҙан “Һөт кухня”һын ҡулланыусылар ҡайһы ваҡыт продукцияны көнөндә генә килеп ала алмай. Дарыухана хеҙмәткәрҙәре уларҙы махсус һыуытҡысҡа урынлаштырып тора.

- Дөйөм алғанда, “Һөт кухня”һы менән ҡулланған кешеләрҙең барыһы ла ҡәнәғәт. Күпселеге продукция килтерелгәс тә килеп ала һала, яратып ҡуллана, - ти провизорҙар.

Әтек ауылынан 4 бала әсәһе Мәҙинә Алғазинаға ла продукция бик оҡшай.

-Беҙ 4 ул үҫтерәбеҙ. Хөкүмәттең был ярҙамын 2023 йылдың йәйенән алабыҙ. Арыҫлан улым йогуртты яратып ашай, 2 йәшлек Аман улым һөтөн эсә. Уларҙан артып ҡалғанды ҡамыр ризыҡтары бешереүгә тотонам. “Һөт кухняһы” бигерәк тә мал тотмаған кешеләргә бик һәйбәт ярҙам, - тине күп бала әсәһе.

«Һөт кухняһы» продукцияһының сифаты федераль кимәлдә уңышлы билдәләнде. 2024 йылда балалар өсөн әҙерләнгән эремсек “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсы лауреаты булды, ә бер литрлы бутылкаларҙағы һөт “Беҙҙең бренд”  конкурсында гран-при яуланы.

2024 йылдың март айында Башҡортостандың «Һөт кухняһы» яңы өлгөлө Рәсәй сифат системаһы – «Хәләл» сертификатын алды. «Рәсәйҙә балалар өсөн һөт ризыҡтары етештереүселәр араһында беҙ алдынғы. Был сертификат «Һөт кухняһы» продукцияһының юғары сифатлы булыуын, предприятиеға ышанырға мөмкин икәнен раҫлай. Эремсек, йогурт, һөт составында тыйылған буяуҙар һәм өҫтәмәләр юҡ», - тине Башҡортостан Башлығы.

“Һөт кухняһы” 2025 йылға продукцияның өлкәндәр өсөн ассортиментын киңәйтеүҙе маҡсат итеп алған. Учреждение шулай уҡ бюджеттан тыш эшмәкәрлеген киңәйтеп, клиенттарының заманса ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өҫтөндә лә эшләй.

“Һөт кухняһы” – сифатлы ризыҡ
“Һөт кухняһы” – сифатлы ризыҡ
“Һөт кухняһы” – сифатлы ризыҡ
Автор: Г. Хафизова
Читайте нас