-2 °С
Ҡар
Федераль бюджет проектында 2025-2027 йылдарға страховка пенсияларын түләүгә 11 триллион һум самаһы аҡса һалынған. Шуның 700 миллиард һумы индексациялар өсөн ҡаралған, тип хәбәр иткән РФ Финанс министрлығы.
2025 йылдың 1 ғинуарынан эшләп йөрөгән һәм эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһы инфляция кимәленә индексацияланасаҡ. Иҡтисад министрлығы уның күләмен 7,3 процент тип күҙаллай. Шулай итеп, эшләмәгән пенсионерҙарҙың уртаса страховка пенсияһы күләме 24 мең һум тирәһе тәшкил итәсәк.