Социаль өлкә
25 Сентябрь 2024, 04:00

2025 йылда МРОТ арта

РФ Премьер-министры Михаил Мишустин хеҙмәткә минималь түләү күләмен арттырыу пландары хаҡында иғлан итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
2025 йылда МРОТ арта2025 йылда МРОТ арта
2025 йылда МРОТ арта

Алдағы йыл башынан МРОТ 16,5 процентҡа артып, 22 440 һум тәшкил итәсәк.

 “Был беҙгә 4 миллион тирәһе хеҙмәткәрҙең эш хаҡын күтәрергә мөмкинлек бирәсәк. 2030 йылға МРОТ 35 мең һумға барып етергә тейеш”, - тип белдерҙе Хөкүмәт рәйесе.

“Башинформ”дан.

Автор:Тансылу Багаутдинова