Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
30 Июль , 13:00

“Һөт кухняһы” – ғаиләләргә ҙур ярҙам

Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе күп бала әсәһе Миләүшә Теләүбаева бушлай һөт продукцияһы алыуына ҡыуанып бөтә алмай.  

“Һөт кухняһы” – ғаиләләргә ҙур ярҙам
“Һөт кухняһы” – ғаиләләргә ҙур ярҙам

-Район үҙәгенә күскәндән алып мал тотмайбыҙ, ә һөт ризыҡтары һәр ваҡыт кәрәк. Был тәңгәлдә “Һөт кухняһы” беҙҙең өсөн ҙур ярҙам. Был ярҙамды өсөнсө балабыҙ тыуғас ала башланыҡ. Бәләкәй сағында һөт ҡатнашмаһы (смесь) бирелде, әле һөт, йогурт, эремсек алабыҙ. Улым бигерәк тә йогуртты яратып эсә. Продукция беҙгә шул хәтлем оҡшай, сифатлы, саф. Магазиндыҡы менән сағыштырғанда, сифаты күпкә яҡшыраҡ. Хөкүмәтебеҙгә рәхмәт, һуңғы йылдарҙа күп балалы ғаиләләргә иғтибар артты. Шөкөр, пособиелар алып торабыҙ. Улары ла, иш янына ҡуш, тигәндәй, беҙҙең өсөн ҙур ярҙам, - ти 3 бала әсәһе.

Республикала “Һөт кухняһы” Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса 2019 йылдан алып эшләп килә. Был программа сиктәрендә һөт продукциялары ауырлы ҡатындарға, имеҙеүсе әсәләргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән булған өс йәшкә тиклемге балаларға, шулай уҡ опекаға алынғандарға бушлай ҡаралған. “Һөт кухняһы”н әлеге ваҡытта республикала 23 мең 648 кеше, шул иҫәптән 382 ауырлы ҡатын, 452 имеҙеүсе әсә, 3 йәшкә тиклемге 21 999 бала һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 815 ғаилә ағзаһы ала.

- Бөрйән районында һөт продукцияһын алдырыусылар – 166 кеше, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары – 3 кеше. Продукция 56-сы үҙәк район аптекаһына дүшәмбе һәм шаршамбы көндәрендә Белорет ҡалаһынан килтерелә һәм шул уҡ көндә таратыла, - тип белдерҙе район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Венера Вәлиева.

БР "Һөт кухняһы" дәүләт автономиялы учреждениеһы эшләй башлағандан алып республикала ете етештереү цехы ойошторолған. Башҡортостан муниципалитеттары биләмәһендә 132 таратыу пункты эшләй. “Һөт кухняһы” 23 төр продукция етештерә. Улар араһында – һөт, эремсек, бәләкәй балаларҙы туҡландырыу өсөн төрлө тәмле йогурттар, балалар печеньеһы. Ә 2024 йылдың июненән өлкәндәр һәм өс йәштән өлкән балалар өсөн яңы төр һөт ризыҡтары – ПЭТ-шешәләрендә һөт һәм кефир, ҡаймаҡ, эремсек сығара башланылар.

– Бөтә продукттар ҙа яһалма өҫтәмәләрһеҙ һәм май кимәле тәбиғи нормалаштырылған һөттән әҙерләнә. Әсегән һөт ризыҡтарын һаҡлау срогы – 14 көндән, ә һөттө һаҡлау срогы 10 көндән ашмай. Яңы ассортимент тауарҙарын “Һөт кухняһы” продукттарын таратыу пункттарында, шулай уҡ “Байрам” магазиндарында һатып алырға мөмкин, - ти Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының һөт кухнялары селтәрен үҫтереү йәһәтенән эш һөҙөмтәлелеген билдәләне һәм ведомствоға етештереү ҡеүәтен арттырыу эшен дауам итергә ҡушты.

– Беҙҙеке кеүек проект, ошондай форматта һәм ошондай етештереү күләме менән, илдә бер нисәү генә. Шуның өсөн “Һөт кухняһы” командаһына рәхмәт, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Хәҙер үҫеш өҫтөндә уйларға кәрәк. Ике төрлө йүнәлештә эшләргә мөмкин. Тәүге осраҡта тауарҙар ассортиментын киңәйтергә, яңы файҙалы һәм тәмле продукттар булдырырға, йәки икенсе - етештереү күләмен арттырып, яңы баҙарға сығыу вариантын ҡарарға була. Республикала һөт күп, уны эшкәртергә кәрәк.

Һөт ризыҡтары менән бушлай тәьмин итеүгә ғаризаны күп функциялы үҙәктең бөтә офистарында йәки “Һөт кухняһы”н биреү пунктында бирергә мөмкин. Быйылғы йылдан алып документтарҙы “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша электрон вариантта тапшырырға мөмкин.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына һөт продукцияһын алыр өсөн түбәндәге документтар кәрәк: Башҡортостандың хәрби комиссариатынан граждандың МХО-ла ҡатнашыуын раҫлаған белешмә, поликлиниканан белешмә, паспорт күсермәләре, бала тыуыу һәм никах тураһында таныҡлыҡтар. Ғаиләнең килеме кимәле иҫәпкә алынмай.

- Быйыл яҙ беҙ яңы продукт - биойод менән байытылған еләкле йогурт сығара башланыҡ. Был продукт республиканың күп райондарында күҙәтелгән йододефицитлы хәлдәрҙең килеп сығыу хәүефен кәметеү өсөн әҙерләнде. Йогурттағы биойод мәктәп һәм мәктәпкәсә йәштәге балаға йодҡа тәүлек ихтыяждың 30%-ын тәшкил итә. Йогуртта йодтың тәме лә, еҫе лә юҡ. Яңы продукт әлегә Башҡортостандың туғыҙ ҡала һәм районы уҡыусыларының өҫтәлдәрендә бар, - тип белдерҙе "Һөт кухняһы" дәүләт автономиялы учреждениеһы директоры Эльдар Сәйғәфәров.

 

 

 

 

 

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: