-Беҙҙең районда “Ғаилә” үҙәге 2015 йылдың 1 июнендә булдырылды. Уның маҡсаты - ғаиләләргә психологик һәм башҡа ярҙам күрһәтеү.
Үҙәктә әлеге ваҡытта 9 кеше эшләй: етәксенән башҡа ғаиләләр менән эшләүсе ике белгес, 2 психолог, юрист-консультант, социаль эш буйынса белгес, водитель һәм йыйыштырыусы.
“Ғаилә” үҙәге хеҙмәткәрҙәре дәүләт ғаилә сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуға, ғаилә институтын нығытыуға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә. Шулай уҡ ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәрҙе көйләргә ярҙам итеү, ата-әсәләрҙең балалар өсөн яуаплылығы мәсьәләләре лә улар өсөн ят түгел. Был үҙәк хеҙмәткәрҙәре социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип танылған граждандарға социаль хеҙмәттәр тәғәйенләү, ғаиләләргә социаль күҙәтеү ойоштороу, ауыр ғаиләләр менән эш алып барыу кеүек һәм башҡа күп кенә бурыстарҙы атҡара.
Беҙҙең эште аңлап еткермәүселәр ҙә бар. Беҙ ауыр тормош хәлендә ҡалған, көндәлек проблемалары булған ғаиләләр менән эшләйбеҙ. Ғаиләләр менән эшләүсе 2 белгес бар, әле уларҙың һәр береһенең күҙәтеүендә 22-шәр ғаилә. Шул ғаиләләр менән аралашып, кәңәштәр биреп, документтар юллауҙа ярҙам итеп, ярты йыл, бер йыл улар менән бәйләнештә эшләйбеҙ. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүсе ғаиләләр бер ҡайҙа ла иҫәпкә алынмай. Пособие юллай алмағандар, тормош иптәштәре, балалары менән конфликтта булғандар психолог, юрист ярҙамына мөрәжәғәт итә алалар.
Ҡарап торһаң, ғаилә һәйбәт, матур, ә һөйләшә башлаһаң, ғаилә эсендәге проблемалар асыла. Шундай осраҡта психолог ярҙамы кәрәк. Психологик ярҙам күрһәткәндә барыһы ла конфиденциаль рәүештә башҡарыла. Тик күптәр психолог ярҙамын ҡабул итмәйҙәр, “Мин псих түгел”, - тип кенә ебәрәләр. Ошо урында әйтеп китеү мөһим – психологик тайпылышы булғандар менән психиатрҙар эшләй, ә психолог ауыр тормош хәленән сығыу юлын табырға, мөнәсәбәттәрҙе асыҡларға, көйләргә, бала менән ышаныслы аралашырға, ҡатмарлы ҡарар ҡабул итергә һәм үҙ хистәреңде аңларға ярҙам итә.
Шулай уҡ беҙҙә бушлай юрист кәңәше алырға мөмкин. Күптәрҙең өйҙәре реестрҙа булмай сыға, шул документтарҙы эшләүҙә, ғаилә тарҡалған осраҡта милекте бүлеү һәм башҡа эштәр буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр.
Алимент һәм социаль түләүҙәр, эшкә урынлашыу һәм башҡа йүнәлештәр буйынса кәңәштәр бирелә.