Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
29 Сентябрь 2023, 16:35

Ололарыбыҙҙы ҡыуандырҙыҡ

Ололар көнө уңайынан “Таң” гәзите редакцияһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан пенсионерҙарыбыҙҙың өйҙәренә йөрөп күстәнәстәр таратып, уларҙы байрам менән ҡотланыҡ. Хәйер, тағы ла ҙурыраҡ миссияны ла башҡарҙыҡ...

Ололарыбыҙҙы ҡыуандырҙыҡ
Ололарыбыҙҙы ҡыуандырҙыҡ

Ғүмере буйы төрлө ойошмаларҙа, шул иҫәптән редакцияла ла байтаҡ йылдар бухгалтер булып эшләгән Аралбаева Шәмсиә Рәхимйән ҡыҙына район ветерандар Советы етәксеһе О. Ғәлиевтың үтенесе буйынса “Хеҙмәт ветераны” миҙалын да тапшырҙыҡ.

Хоҙай ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын ололарыбыҙҙы.

Ололарыбыҙҙы ҡыуандырҙыҡ
Ололарыбыҙҙы ҡыуандырҙыҡ
Ололарыбыҙҙы ҡыуандырҙыҡ
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: