Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
23 Сентябрь 2023, 08:00

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға яңы ярҙам саралары булдырылды

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йәһәтенән төбәктә яңы саралар барлыҡҡа килде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бойороғо менән ғәмәлдәге саралар исемлеге 37 пунктҡа тиклем арттырылды.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға яңы ярҙам саралары булдырылды
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға яңы ярҙам саралары булдырылды

Тейешле документ республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында әҙерләнгән.

Яңы ярҙам саралары исемлеге:

-коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләмәгән осраҡта пеняларҙан азат итеү;

-грант алған осраҡта эшмәкәрлектең план күрһәткестәрен үтәмәгән өсөн яуаплылыҡтан азат итеү;

-«Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһында ҡатнашыусыларға торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләүҙәр биреү;

-балаларын йәшәү урынына яҡын урынлашҡан балалар баҡсаһына күсергәндә өҫтөнлөклө хоҡуҡ биреү;

-физкультура-спорт ойошмаларына беренсе сиратта уларҙы ҡабул итеү хоҡуғы;

-мәҙәниәт ойошмаларына ташлама менән йөрөү.

МХО-ла ҡатнашыусының ғаилә ағзаһы иҫәбенә инә:

- уның менән законлы никахта торған ҡатыны (ире);

- хеҙмәткә яраҡһыҙ йәштәге ата-әсәһе (йәки уллыҡҡа алыусылары);

- ата-әсәһе булмау сәбәпле, уны кәмендә өс йыл тәрбиәләгән һәм (йәки) ҡараған хеҙмәткә яраҡһыҙ йәштәге олатаһы һәм (йәки) өләсәһе;

- уны кәмендә биш йыл тәрбиәләгән һәм (йәки) ҡараған хеҙмәткә яраҡһыҙ йәштәге үгәй атаһы һәм (йәки) үгәй әсәһе;

- бәлиғ булмаған балалары;

- 18 йәше тулғансы инвалид булған 18 йәштән өлкән балалары;

- белем биреү ойошмаһында көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге балалары.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү саралары махсус чат-ботта тупланған: https://vk.cc/cpMRvx

Контракт менән хеҙмәт итеү – ул ябай ғына һөнәр түгел, ул - үҙ Ватаныңды һаҡлау.

Рәсәй Федерацияһы армияһына килешеү нигеҙендә хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәр:

-контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу мобиль пунктына (Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, үҙәк сәхнә);

-хәрби комиссариатҡа (Белорет ҡалаһы, Б. Хмельницкий урамы, 3/А, тел. 8 (347)923-41-02);

-Өфөләге һайлап алыу пунктына (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156, телефон: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63) мөрәжәғәт итә ала.

Шулай уҡ ҡыҙыу линия телефоны буйынса көн һайын 8.00 сәғәттән алып 20.00 сәғәткә тиклем консультация алырға мөмкин: 8 (347) 224 90 13 йәки мобиль телефондан 117, 122.

Контракт хеҙмәт буйынса һорауҙарға яуаптарҙы https://t.me/bashbat02/2236 чат-ботында табырға мөмкин.

Автор:Г. Хафизова.
Читайте нас: