1. Йөклөлөктөң иртә срогында медицина ойошмаһына иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға ай һайын түләнә торған пособие;
2. Тәүге (икенсе) бала ты-уыу (уллыҡҡа алыныу) менән бәйле ай һайын түләүҙәр;
3. 2017 йылдың 31 декабренән һуң ғаиләлә өсөнсө йәки артабанғы булып тыуған 3 йәшкә тиклемге һәр балаға ай һайын бирелә торған аҡсалата түләү;
4. 1,5 йәшкә тиклемге баланы ҡарау өсөн эшләмәгән граждандарға ай һайын бирелә торған пособие;
5. 3 йәштән 7 йәшкә тик-лемге балаларға ай һайын бирелә торған аҡсалата түләүҙәр;
6. 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларға ай һайын бирелә торған түләүҙәр.
Берҙәм пособие айлыҡ килемдәре йән башына билдәләнгән минимумдан артмаған әҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә (йәғни һәр ғаилә ағзаһына бүлгәндә, килемдәре 13 789 һумдан кәм булһа) бирелә. Берҙәм пособиены тәғәйенләгәндә ғаиләнең мөлкәте (фатир, машина һ. б.) иҫәпкә алына һәм “нулевой доход” ҡағиҙәһе ҡулланыла.
2022 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған балаларҙың ата-әсәләре һайлау хоҡуғына эйә: тәғәйенләү срогы бөткәнгә тиклем ғәмәлдәге түләүҙәрҙе һаҡлай алалар йәки яңы төр пособиеға күсә алалар.
2022 йылдың 31 декабренә тиклем донъяға килгән өсөнсө йәки артабанғы балаға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр йәшәү урыны буйынса халыҡты социаль яҡлау учреждениелары тарафынан балалар өсөн йәшәү минимумының 100 проценты күләмендә – бөгөнгө көнгә 13 789 һум күләмендә тәғәйенләнә.
Был түләүҙәр балаға 3 йәш тулғанға тиклем һәм ғаилә килеме хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың йәшәү минимумының ике тапҡыр күләменән артмаған осраҡта түләнә. Әлеге ваҡытта ул айына һәр ғаилә ағзаһына 27 578 һумдан кәм булһа түләнә. Шул уҡ ваҡытта өсөнсө балаға ай һайын түләнә торған пособие тәғәйенләнгәндә ғаиләнең мөлкәте иҫәпкә алынмай.
Шуны билдәләйбеҙ, ҡануниәткә ярашлы, берҙәм пособие тәғәйенләнгәндә, өсөнсө һәм һәр артабанғы бала өсөн ай һайын түләүҙәр туҡтатыла.
Әгәр ғаиләлә өсөнсө һәм артабанғы балалар 2022 йылдың 31 декабренә ҡәҙәр тыуған хәлдә, баланың 3 йәше тулғанға тиклем ғаилә ай һайын түләүҙәрҙе халыҡты социаль яҡлау учреждениелары аша алырға хоҡуҡлы. Берҙәм пособиены алыуға балаға 3 йәш тулғас күсергә мөмкин.
Пособиены йыл һайын ҡайтанан юлларға кәрәк. Берҙәм балалар пособиеһын (ЕДВ) оҙайтыуға ғаризаны түләүҙәрҙең һуңғы айында йәки түләүҙәр бөткәндән һуң артабанғы айҙа бирергә мөмкин.
Әгәр бала 2023 йылда тыуһа, ул ваҡытта тик яңы пособиены ғына юлларға була.