Эшкә байрамға кеүек йөрөгән кешеләр бәхетле була, тиҙәр. Был һүҙҙәр гүйә тап Сәлимәгә төбәп әйтелгән. Әллә күпме һыуҙар аҡты, йылдар уҙҙы, миҙгелде миҙгел, көндө төн ялғаны. Барыһы ла үҙгәрҙе. Тик Сәлимәнең эшкә булған һөйөүе генә үҙгәрешһеҙ ҡала килде. Бөгөн дә ул һәр ваҡыттағыса яратҡан эшенә ашыҡты. Ҡарттар йортонда йәшәгән һәр тәрбиәләнеүсе уның өсөн яҡын һәм ҡәҙерле. Ҡайһы саҡта балалар кеүек күреп китә ул бындағы ололарҙы.
Ҡарттар йорто урынлашҡан ҡасабаға яңы ғына килен булып төшкән кеүек... Әммә аяуһыҙ йылдар бер-береһен алмаштырып ҡына тора. Йәш килен, өйҙә ултырмаҫ өсөн, ваҡытлыса ғына булһа ла, ябай ғына йыйыштырыусы булып эшләй башлай. Тәүге көндән үк бындағы ҡарттар күңеленә шул тиклем дә яҡын булып тойола... Башҡаса эш эҙләргә ваҡыты ла, теләге лә ҡалмай. “Ҡарттарымды ташлай алмайым”, – тине ул “яҡшыраҡ”, аҡсалыраҡ эш тәҡдим иткән таныш-тоноштарына. Эшкә мөкиббән киткән Сәлимәне яйлап ҡына үрләтә барҙылар. Хәҙер ул ябай иҙән йыуыусы түгел, ә ҡарттар йортоноң мөдире. Шулай Сәлимә Мөнировна тырышып, ең һыҙғанып яңы көс менән эшкә тотондо...
Ҡарттар йорто, тигәс тә бында улар әллә ни күп тә түгел. Һигеҙ әбей ҙә, алты бабай. Уларҙың барыһы ла бергәләшеп, бер туғандай йәшәйҙәр. Бүлмәләргә лә икешәре-өсәре бергә урынлашҡан. “Шулай күңеллерәк”, — тиҙәр улар. Көнөнә өс тапҡыр йылы аш менән һыйлаһалар ҙа, һәр бүлмәлә телевизор, һыуытҡыс, электр плитәһе, электр самауыры бар. Әбейҙәр килештереп көн дауамында сөкөрҙәшеп, яйлап сәй эсәләр. Бабайҙар шахмат, шашка уйнайҙар, домино һуғалар, йәш саҡтарындағы ҡыҙыҡтарҙы иҫләп, бәхәсләшеп тә китәләр. Һәр береһенең үҙ яҙмышы, үҙ тарихы...
Ана, иң остағы бүлмәлә өс әбей йәшәй, уларҙы үҙ-ара “интеллигенттар” бүлмәһе тип йөрөтәләр. Был әбейҙәр йәш саҡтарында бик уҡымышлы, юғары вазифаларҙы биләгән булғандар.
Төптәге карауат Зөлфиә әбейҙеке. Ул урта буйлы, тыныс холоҡло. Хәҙер инде 70 йәште үткән, ғүмере буйына уҡытыусы булып эшләгән. Кеше балаларына аҡыл-белем, тәрбиә биргән дә ул, тик бына берҙән-бер улына ваҡыты етмәгән.
Зөлфиә ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Шуға ла ҡапыл “ҙурайырға” мәжбүр була. Ата-әсәһе күп эшләй, бер ваҡытта ла өйҙә тормайҙар. Өйҙәге бәләкәй биш туғанын ҡарашыу, өйҙө бөхтә итеп тотоу – барыһы ла уның иңендә була. Үҙе мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Унан, һис ҡаршылыҡһыҙ, институтҡа уҡырға инеп китә. Тик бына кейәүгә сығырға ашыҡмай. Өйҙәге бәләкәй туғандарын ҡарап “туйған” ине. “Кеше” булайым, аяҡҡа баҫайым, тип һораулы ҡараштар алдында аҡланып ҡына ҡуя. Шулай ҙа ул яҙмышын утыҙға етеп барғанда осрата. Үҙенән алты йәшкә кесерәк Мәғәфүр йөрәген өтөп ала. Яңы ғына армиянан ҡайтҡан сибәр егеттең бер ҡараш һирпеүе етә. Тиҙҙән йәш йөрәктәр мөхәббәт утында яна башлай. Бер йыл тигәндә өйләнешеп тә ҡуялар. Өйләнешеп тигәс тә, башҡаларҙы шаҡ ҡатырырлыҡ туй ҙа үткәреп тормайҙар. Етем Мәғәфүрҙең туйға саҡырырлыҡ ата-әсәһе лә, туғандары ла булмай. Икәү килешеп, шым ғына ЗАГС-ҡа барып яҙылышалар ҙа шуның менән эш бөтә. Икәү көсө менән донъя көтә башлайҙар. Тик бына етем етемлеген итә. Ауырға ҡалған ҡатынын ҡулында күтәреп йөрөтәһе урынға сит ҡатындар менән сыуала башлай.
– Әйттем бит һиңә, иртәрәк, тип. Үҙең теләп таптың малайҙы. Үҙ проблемаңды үҙең хәл ит, – тип шулай йыш ҡына өйҙән сығып китә башлай атай тейешле кеше. Күҙ йәштәренә быуылған йәш әсә улы хаҡына тешен ҡыҫып түҙә. Ҡасан да булһа Мәғәфүренә аҡыл керер, тынысланыр, тигән өмөт менән йәшәүен дауам итә. Тик был өмөт ептәре өс йыл тигәндә өҙөлә. Еңел тормош менән йәшәп өйрәнгән Мәғәфүр бер көн килеп бөтөнләйгә сығып китә.
Ауыр кисерә хыянатты Зөлфиә. Тик төшөнкөлөккә бирелеп ултырыр ваҡытмы һуң? Улын биш көнлөк балалар баҡсаһына урынлаштыра ла эшкә сыға. Йылдар уҙа тора. Улы Зөфәр үҫеп, мәктәп йәшенә етә. Башланғыс мәктәпте тамамлай. Интернат-лицейға урынлаштыра улын. Йәнәһе, унда белемде һәйбәтерәк бирәләр. Әммә шулай үҙенә уңайлыраҡ икәнен аңлай ине. Зөфәрен каникулға ғына алып ҡайта. Ғаилә тәрбиәһенең, әсә наҙының, атай ҡайышының нимә икәнен дә белмәй үҫә Зөфәр
. Мәктәпте тамамлағас та бер ҡайҙа ла китергә теләмәй. Бәлки, уға өй танһыҡ булғандыр... Мәлееткәс, әрме сафына алына. Улын әрменән һағынып та, шомланып та көтөп ала ул. Аҡыл ултырып ҡайтыр, тигән өмөтө генә аҡланмай. Эшкә лә төшмәй, өйләнергә лә ашыҡмай. “Еңел аҡса” артынан ҡыуған Зөфәр уйын автоматтарына ылығып китә. Унда-бында йөк ташып тапҡан барлы-юҡлы аҡсаһын шул бер ҡулһыҙ машинала ҡалдырыуҙы шөғөл итеп ала. Аҡсаһы бөткәс, бурысҡа уйнай. Шулай әсәле-уллы фатирһыҙ тороп ҡала – бурыстары өсөн тартып алалар. Зөлфиә әбей эшләгән сағында ҡуртымға фатир алып, шунда йәшәй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, оҙаҡ уйлап тормай ҡарттар йортона юллана.
Зөлфиә әбейҙең күршеһе – Сәбилә ханым. Уның йәш сағындағы сибәрлеге әле лә һаҡланған. Ҡыйғас ҡашлы, һомғол буйлы сәхнә йондоҙо, билдәле актриса булған ул.
Артистар ғаиләһендә тыуған Сәбилә ата-әсәһенең юлын һайлай. Күршеһе Зөлфиә әбейҙән айырмалы, ул бала сағында иркәләнеп кенә үҫә. Уны һәр саҡ яҡындары ҡурсаҡ кеүек кейендереп, тәмле-татлы ғына ашатып, һөйөп-наҙлап үҫтерәләр. “Һин иң сибәре”, – тип баһаһын да саманан тыш күтәреп ебәрәләр. Һауалы, тәкәббер ҡыҙ булып үҫә. Үҙен башҡаларҙан өҫтөн тоя. Актриса булараҡ ҙур бейеклектәргә ирешә. Сәхнәлә йәшәй, тиһәң дә була. Бар тормошон, яҙмышын яратҡан һөнәренә бағышлай. Хатта артынан йөрөгән егеттәргә лә иғтибар итмәй. Кейәүгә сығырға уйлап та бирмәй. “Тормошом да, яҙмышым да минең өсөн театр”, — тип үҙен аҡлай. Дәрте ташып торған йылдарында үҙен яңғыҙ тоймай. Дуҫтар ҙа, һөйәрмәндәр ҙә күп була. Тик бына йәшлек тиҙ үтә. Матурлығы ла яйлап юйыла бара, ташып торған ғәйрәте лә ташлай. Ниндәй генә талантлы булмаһын, ваҡыты еткәс урынын йәштәр ала. Яңынан-яңы сәхнә йондоҙҙары үҫеп сыға.
Сәбиләнең дә ваҡыты үтә, хаҡлы ялға сыға. Тап шул саҡ ул хатаһын аңлай. Эх, терһәк яҡын да бит, тик тешләп кенә булмай, ғаилә ҡормағанына, бала баҡмағанына бик тә үкенә, тик һуң була. Яңғыҙы өйҙә ултырып аҡылдан яҙа башлай. Дауаханала ятып сыға. Сәләмәтлеге шаҡтай ҙа бит, тик бына аңы ҡуҙғала башлаған, тиҙәр табиптар. Яңғыҙ ҡалмаҫ өсөн ҡарттар йортона барырға кәңәш итәләр. Алты йыл инде бында йәшәгәненә. Кеше араһында булғас, аңы ла теүәлләнгәндәй була.
Өсөнсө интеллигент әбейҙең исеме Гөлйөҙөм. Ул заманында ҙур вазифа биләгән ханым. Судья булып хеҙмәт иткән.
Гөлйөҙөм күп балалы ғаиләлә баш бала булып донъяға килә. Ата-әсәһе ғүмер буйы колхозда эшләй. Ҡара тиргә батып, күпме генә эшләһәләр ҙә балаларының кеше араһына кейеп сығырлыҡ кейеме лә булмай. Теләгәнен ашай ҙа алмайҙар. Йәш ҡыҙҙың бар хыялы күп аҡса эшләү була. “Минең балаларым тилмереп йөрөмәйәсәк”, – тип йыш ҡабатлай ул. Мәктәпте тамамлағас та юридик институтҡа уҡырға инә. Әмәлгә ярағандай эше лә табыла үҙенә.
Йәшәгән ҡалаһында Гөлйөҙөмдө күптәр хөрмәт иткән, ҡайһы берҙәре ҡурҡҡан да. Гөлйөҙөм Сәбилә кеүек карьера артынан ҡыумай. Был вазифа уның тәрән аҡылы, белеме һәм тырышлығы һөҙөмтәһе. Ваҡыты еткәс, кейәүгә сыға. Тормош иптәше Сабит менән ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Гөлйөҙөм эштә генә түгел, өйҙә лә бик ҡаты бәғерле, уҫал була, балаларын наҙлап үҫтермәй. Уның уйынса, тамаҡтары туҡ, өҫтәре бөтөн булһа – шул етә. Күп ваҡыт балалар ата ҡарамағына ҡала: балалар баҡсаһына ла, мәктәп йыйылыштарына ла аталары йөрөй. Ә әсәй? Уның ваҡыты юҡ. Ул йә өйҙә эш менән булыша, йә эштән ҡайтмай оҙаҡлай...
Балалар үҫеп, тыуған йорттан сығып китәләр, тормош иптәше инсульттан үлә. Гөлйөҙөм өйҙә яңғыҙы ҡала. Был ваҡытта улдары ла, ҡыҙы ла тормош ҡороп өлгөргән була. Әсәләре янына һирәк ҡайталар, үҙҙәренә лә артыҡ саҡырмайҙар. Ғүмер буйы закондар менән эш итһә лә, ҡартайған көнөндә мутлашыусыларға эләгеп, йәшәгән фатирынан ҡолаҡ ҡаға. Үҙен ҡара риэлторҙар урамда торғоҙоп ҡалдыра. Ярай әле үлтермәйҙәр. Балалары әсәләрен йәшәргә саҡырһалар ҙа, риза булмай.
– Үзем ғәйепле, йәшәргә һеҙгә бармайым. Бер кемгә лә йөк булғым килмәй! Ҡарттар йортона барам, һағынһағыҙ, килеп йөрөрһөгөҙ, – тип ҡарттар йортона урынлаша.
Улдары ла, ҡыҙы ла артыҡ ныҡышып тормай. Оҙайлы ял, байрам көндәрендә килгеләп йөрөйҙәр. Гөлйөҙөм әбей шуға ла
шат. Уға бында рәхәт, яңғыҙ түгел, һөйләшергә лә, серләшергә лә күрше әбейҙәре бар. Йылы түшәге, тәмле ризығы – тулы бәхет өсөн тағы ни кәрәк?
Ҡалған тәрбиәләнеүселәрҙең дә үҙенә ген
хас тарихы бар. Шуныһы, бер кем дә бында рәхәтлектән килмәгән. Бер яҡтан оҡшаш кеүек яҙмыштары, икенсе яҡтан гөлләмәләге сәскәләр кеүек төрлөләр.
“Интеллигенттар” бүлмәһенән сыҡҡан Сәлимә Мөнировна үҙ кабинетына юлланды.
– Сәлимә Мөнировна, мин һеҙгә аҙашығыҙҙы алып килдем, – тип ҡабул итеү бүлмәһенән социаль хеҙмәткәр килеп сыҡты. – Таныш булығыҙ – был Сәлимәкәй әбей.
– Ҡалай матур әйттегеҙ был әбейҙең исемен!
Әбейгә күҙ һирпеп алды. Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән Сәлимәкәй әбей нисектер күңеленә яҡын булып тойолдо. Матур сәскәле күлдәк өҫтөнән камзул кейгән. Ә башында француз яулығы күҙҙең яуын алып тора.
...Сәлимәкәй әбейҙең дә үҙенә генә хас тарихы бар икән. Ул ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙ булып үҫә. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Әсәһе атаһының төҫө булған ҡыҙын ҡыҙын һәр саҡ Сәлимәкәй тип иркәләтеп кенә йөрөткән. Шуға ла ҡыҙ үҫеп буй еткәс тә үҙен һәр саҡ Сәлимәкәй тип таныштырыр була. Әле лә уны белгәндәр иркәләп кенә өндәшә.
Сәлимәкәй әсәһе менән икәү генә йәшәгәнгәме, һәр саҡ ишле ғаиләләргә көнләшеп ҡарай.
– Ниңә генә минең дә апайҙарым йәки ағайҙарым юҡ? Хатта кесе туғандарым да юҡ бит, – тип әсәһенең теңкәһен ҡорота ул.
Ә әсәһе атаһынан башҡа бер ир-атҡа ҡарарға ла теләмәй. Бары тик Сәлимәкәйе өсөн генә йәшәй ул.
– Мин ҙурайғас кейәүгә сығып, күп итеп балалар үҫтерәсәкмен, – тип ул хыял ҡора. Тик хыялдары ғына тормошҡа ашмай...
Ире Зәйтүн менән яратышып ғаилә ҡоралар. Ә бына Сәлимәкәйҙең хыялы тормошҡа ашмай. Зәйтүндең бала саҡтағы ауырыуы арҡаһында балалары булмай. Бала бағыу теләге шул тиклем көслө була. Шуға ла ул балалар йортона тәрбиәсе булып урынлаша. Бында күпме бала әсәй наҙына мохтаж?!
– Әйҙә, берәй бала алайыҡ, – тип Зәйтүне күпме генә өгөтләһә лә риза булмай.
– Юҡ! Берәүһен алһаң, башҡаларға ҡыйын була. Уларҙың барыһы ла миңә яҡын! – тип кенә яуаплай.
Шулай ҙа бер нисә йыл үткәс, ғәрип, креслола ултырған бәләкәй генә ҡыҙ баланы алдылар. Бигерәк һөйкөмлө, моңһоу ҡарашлы был ҡыҙ автоһәләкәткә дусар була. Ғәрип булыуы етмәгән, үкһеҙ етем дә ҡала үҙе. Зилә Сәлимәкәйҙе күргәс тә:
– Әсәй, – тип илап ебәрә.
Зилә шулай ғаиләле булып китә .Ҡыҙ ғәриплеген тоймай үҫә, ябай мәктәптә уҡый, һуңынан институт тамамлай, өйҙән эшләй, онлайн-дәрестар бирә. Тик бына ғаилә генә ҡороп өлгөрмәй. Бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр.
Бер төндә электр сымынан ут сығып, өйҙәрен ут ялмай, Сәлимәкәйҙе ут һүндереүселәр ҡотҡара, ә бына Зәйтүне менән Зиләһе төтөнгә тонсоғоп һәләк була. Сәлимәкәй бер төндә өйһөҙ ҙә, яҡын кешеләрһеҙ ҙә тороп ҡала. Тормоштоң йәме, ҡояштың нуры һүнә...
Сәлимә Мөнировна Сәлимәкәй әбейҙе юҡҡа ғына яҡын күрмәй. Уның әсәһе лә тап ошо балалар йортонда тәрбиәләнгән. Әле йәш кенә булған Сәлимәкәй уның әсәһен яҡлап, ҡурсалап йөрөткән. Ҡыҙына ла исемде тап ошо әбей хөрмәтенә ҡушҡан икән. Тик, үкенескә, быларҙы йәшләй генә мәрхүм булған әсәһе генә һөйләп өлгөрмәгән. Сәлимәкәй әбейҙән тәүге тапҡыр ишеткән тарих ҡатындың күңелен ҡуҙғытты. Ҡайтып ире менән кәңәшләште. Тиҙҙән аҙашы булған был әбей ҡарттар йортонда түгел, Сәлимә Мөнировналар менән бергә йәшәй башланы.
Лена Шәйәхмәтова.