-Социаль координаторҙың төп эшмәкәрлеге нимәнән ғибарәт?
-Социаль координа-торҙарҙың эшмәкәрлеге - өлкән йәштәге һәм инвалид граждандарға социаль хеҙмәттәрҙе үҙ ваҡытында күрһәтеүҙе һәм был хеҙмәттәрҙең ошо күрһәтелгән граждандар файҙалана алырлыҡ булыуын тәьмин итеү.
-Белгес ниндәй функцияларҙы башҡара?
-Социаль эш буйынса белгес түбәндәге функцияларҙы үтәй:
-граждандарға өйҙә социаль ярҙам күрһәтеү, йорт-интернаттарға, психоневрологик интернаттарға урынлаштырыу мәсьәләләре буйынса халыҡты ҡабул итеү һәм консультациялар биреү;
-социаль хеҙмәттәргә йәки ҡарау-тәрбиәләүгә мохтажлыҡ кисергән оло йәштәге кешеләрҙе һәм инвалидтарҙы асыҡлау;
-оло йәштәге граждандарҙың һәм инвалидтарҙың социаль хеҙмәтләндереүгә мохтажмы-юҡмы икәнлеген билдәләү;
-социаль хеҙмәттәрҙе күрһәтеү буйынса шәхси программалар төҙөү;
-оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы тәрбиәгә алыусы ғаилә ағзаларына консультация биреү, кәрәкле документтар пакетын булдырыуҙа булышлыҡ күрһәтеү;
-ярҙамға мохтажлыҡ кисереүсе оло йәштәгеләрҙең һәм инвалидтарҙың социаль-көнкүреш һәм торлаҡ шарттарын тикшереү буйынса сараларҙы ойоштороу һәм үткәреү;
-оло йәштәге граждандарға, инвалидтарға һәм тәғәйен йәшәү урыны булмаған граждандарға тиҙ арала ғәмәлгә ашырыла торған социаль хеҙмәттәр күрһәтеү.
-Һеҙгә ниндәй адрес буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин?
-Граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип таныу һәм социаль хеҙмәтләндереүгә ҡағылышлы башҡа мәсьәләләр буйынса түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 30, 3б һанлы бүлмә.
Эш графигы: дүшәмбе-йома 9.00 сәғәттән 17.12 сәғәткә тиклем. Төшкө аш мәле – 13.00-14.00 с.. Шәмбе һәм йәкшәмбе – ял көндәре. Белешмә өсөн телефон: 3-52-14.